Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Декабрь 2017, 11:38

Ҡышҡы каникул күңелле үтһен!

Яңы йылды ашҡынып көтөп алмаған бер генә кеше лә юҡтыр ул! Сөнки был байрам – үҙе ҙур мөғжизә, ә Ҡыш бабай – иң изге теләктәрҙе тормошҡа ашырыусы тылсым эйәһе. Күңел түрендә йөрөткән хыялдарҙың тап ошо көндәрҙә ысынбарлыҡҡа әйләнәсәгенә һәр кем ышана. Ә күңелле байрамдан һуң ҡышҡы каникул башлана, был ваҡытта рәхәтләнеп ял итергә һәм ихлас күңел асырға мөмкин. Декабрҙең һуңғы көндәрендә һәм ғинуар айының башында беҙҙе нимәләр көтә?

25 декабрҙән 29 декабргә тиклем - район Мәҙәниәт йортонда «Барбоскиндарҙың Яңы йыл мажаралары» театрлаштырылған тамашаһы. 28 декабрҙә - Яңы йыл байрам концерты (15.00 сәғ.), күңел асыукорпоратив кисәләр (19.00 сәғ.). 31 декабрҙән 1 ғинуар төнөндә - «Һаумы, һаумы, Яңы йыл - 2018» Яңы йыл тамашаһы (үҙәк майҙан, 00.00 сәғ.). 3 ғинуарҙа - йыл һайын үткәрелеүсе «Салауат епархияһы саңғы ярышы - 2018» III Асыҡ епархиа саңғы ярыштары (Стәрлебаш ауылының саңғы базаһы, 11.00 сәғ.); фильм күрһәтеү (район Мәҙәниәт йорто, 15.00 сәғ.), Яңы йыл дискотекаһы (район Мәҙәниәт йорто алдында, 19.00 сәғ.). 4 ғинуарҙа - мәктәп уҡыусылары Спартакиадаһы зачетына йөҙөү буйынса ярыштар («Стәрле» спорт-һауыҡтырыу комплексы, 11.00 сәғ.); «Раштыуа байрамы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!» уйын программаһы (шыршы алдында, 12.00 сәғ.); күңел асыу программаһы, өлкән класс уҡыусылары өсөн конкурс (биләмә-ара китапханаһы); балалар өсөн Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән уйын майҙансығы (район Мәҙәниәт йорто, 14.00 сәғ.), 80-се йылдарҙың Яңы йыл дискотекаһы (район Мәҙәниәт йорто, 20.00 сәғ.). 6 ғинуарҙа - уйын программаһы - Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙың ҡотлауы (үҙәк майҙан, 11.00 сәғ.); мәктәп уҡыусылары араһында быймаларҙа хоккей турниры (1-се Стәрлебаш урта мәктәбе, 11.00 сәғ.); яңы йыл дискотекаһы (район Мәҙәниәт йорто, 20.00 сәғ.). 7 ғинуарҙа - «Йондоҙ бул» район конкурсы (район Мәҙәниәт йорто, 16.00 сәғ.); йәштәр дискотекаһы (район Мәҙәниәт йорто, 20.00 сәғ.). 3 ғинуарҙан «Стәрле» спорт-һауыҡтырыу комплексы эшләй башлай. 4-8 ғинуарҙа - саңғы базаһында һәм Еңеү паркында саңғыларҙа йөрөү. Яңы йылды ҡаршылау, яңы йыл иртәләре, күңел асыу программалары, конкурстар, викториналар, мультфильмдар ҡарау, тауҙан шыуыу, дискотекалар шулай уҡ райондың барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә үткәреләсәк. Байрамығыҙ күңелле үтһен!
Читайте нас: