Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Декабрь 2017, 11:45

Ялған ОСАГО полисы - нисек алдаҡсылар тоҙағына эләкмәҫкә

Мотлаҡ автогражданлыҡ яуаплылығы страховкаһы полисына хаҡтарҙың байтаҡҡа артыуы автомобиль эйәләре араһында ялған страховка полистарының артыуына килтерҙе. Күп кенә водителдәр юлтранспорт фажиғәһендә улар ғәйебе менән зыян күргәндәргә зыянды ҡаплатыуҙы полис һатып алыуға ҡарағанда арзаныраҡҡа төшәсәк тип үҙҙәрен хәүеф аҫтына ҡуя. Бөнгөнгө көндә ялған ОСАГО страховка полистарының ике төрө билдәле, уларҙы теләгән һәр кем һатып ала ала.

Беренсеһе - асыҡ ялған полистар, улар түбән сифаты менән айырылып тора. Әйткәндәй, юғары сифатлы ялған полистар барлыҡҡа килгән осраҡтар бар, уларҙы ысын полистан айырыу мөмкин дә түгел. Бындай осраҡта ялған полисты әлеге полистың Рәсәй страховкалаусылар союзы сайтына йәки Рәсәй Үҙәк банкы сайтына инеп асыҡларға мөмкин, ул да мотлаҡ автостраховкалау системаһының контролдә тотоу органы булып тора. Икенсе төр полистар элек ысынлап та страховкалау компанияһына ҡараған дәүләт билдәһе менән сығарылған. Ул бөлгөнлөккә төшкәс йәки намыҫһыҙ хеҙмәткәрҙәр ғәйебе арҡаһында уларҙан лицензия тартып алынғас, страховкалау полистары ялғансылар ҡулына эләгә һәм автомобиль эйәләренә түбән хаҡҡа һатыла башлай. Бындай төр полистарҙың ғәмәлдән сығыу осраҡтарын Үҙәк банк һәм ССР сайттарында асыҡларға мөмкин. Бөгөнгө көндә белеп йәки белмәйенсә ялған полистан файҙаланыусы машина йөрөтөүселәрҙең төп яуаплылыҡ сараһы булып үҙ ғәйебе менән зыян күреүселәргә компенсацияны кеҫәләренән түләү тора. Шуны билдәләргә кәрәк, енәйәт яуаплылығы саралары тулыһынса ялған автостраховкалау полисынан файҙаланыусыларға ҡаршы ҡулланыла. Бөлгөнлөккә төшкән компанияларҙың полис эйәләре страховка компенсацияһы түләүҙәренән генә мәхрүм ителә. Ялған автостраховкалау полисын һатып алмаҫ һәм киләсәктә хоҡуҡ һаҡлау органдары менән проблемалар булдырмаҫ өсөн бер нисә ябай ҡағиҙәне иҫтә тоторға кәрәк: 1. Автостраховкалау полисын тик рәсми эре страховка компанияларында ғына юлларға. 2. Полисты һатып алыр алдынан был компанияның эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәттәрҙе тикшерегеҙ. Ҡағиҙә булараҡ, улар ҡулланыусылар мөйөшөндә булырға тейеш. 3. ОСАГО полисын номеры буйынса Рәсәй страховкалаусылар союзы һәм страховка компаниялары сайттарында тикшерергә. 4. Полисты һатып алғандан һуң уны элеккеһе менән сағыштырып ҡарағыҙ. Ҡағыҙҙың ҡатылығы, һаҡлау элементтары бер-береһенә оҡшаш булырға тейеш. Автомобилселәргә ялған полисты ҡулланыу ҙур проблемалар килтереүе ихтимал. Яһалма документты файҙаланған водителдәргә зыян күреүселәргә сығымды үҙҙәренең кеҫәләренән ҡапларға тура киләсәген дә оноторға ярамай.

Ринат ЗАҺИҘУЛЛИН, Рәсәй Эске эштәр министрлығы Стәрлебаш районы бүлегенең тикшереү төркөмө начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.


Читайте нас: