Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Декабрь 2017, 11:36

Яңы йылға көтөлмәгән бүләк

Яңы йыл - мөғжизәле байрам, беҙ уны йыл буйына көтөп алабыҙ һәм Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу беҙгә мотлаҡ бәхет-шатлыҡтар, уңыштар килтерер, бүләктәр бирер тип көтәбеҙ. Баш ҡаланың төп шыршыһына барыу - Стәрлебаш районынан дүрт уҡыусыға ла көтөлмәгән бүләк булды.

22 декабрҙә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡортостан Республикаһы Башлығы шыршыһы уҙҙы. Байрамға 780 бала йыйылды. Уҡыуҙа һәм спортта айырыуса һөҙөмтәләргә ирешкән Стәрлебаш районынан дүрт уҡыусыға ла республикабыҙҙың төп шыршыһына барыу бәхете йылмайҙы. Улар - Йәлембәт урта мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы Алмаз Байназаров, Тәтер-Арыҫлан урта мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы Әлиә Рысаева, Стәрлебаш башланғыс мәктәбенең 4 класс уҡыусыһы Айгизә Маннанова һәм Стәрлебаш коррекция мәктәбенең 5 класс уҡыусыһы Розалия Баймиева (һүрәттә). Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова балаларҙы Яңы йыл менән ҡотланы. Быйыл ойоштороусылар мөғжизәләргә бай әкиәти тамаша — «Яңы йыл тауышы» мюзиклын әҙерләгән. Ҡыш бабай ҡарт инде, барыһы ла элеккесә булыуын теләй: шыршы, мандариндар, «В лесу родилась ёлочка» тигән йыр... Йәш кенә Ҡарһылыу ниндәйҙер яңылыҡтар көтә! Яңы йырҙар, заманса идеялар, инновацион технологиялар индерергә теләй. Өҫтәүенә Ҡыш бабайҙың патефоны ватыҡ икәнлеге асыҡлана һәм яратҡан йыр яңғырамай... Шунан һуң әкиәти илдә ҙур фестиваль иғлан ителә... Республика шыршыһы тураһында иҫтәлеккә мәктәп уҡыусыларына бүләктәр һәм тәмтом тапшырылды. Беҙҙең район вәкилдәре яҡташыбыҙ, «Өфө ҡала округы Октябрь районының торлаҡ хужалығы идаралығы» акционерҙар йәмғиәте етәксеһе Рәил Хөсәйен улы Абдрахмановтың ҡотлауҙарын ишетеп, Яңы йыл бүләктәре алып шатланды. Фойела уйындар, әйлән-бәйлән һәм аттракциондар ойошторолдо. Тамашасылар шыршы эргәһендә күңелле музыкаль уйындарҙа ҡатнашты, әкиәт персонаждары менән осрашты, иҫтәлеккә фотоға төштө. Был байрамдан уҡыусылар яңы көс-ҡеүәт, дәрт-дарман алып, ирешелгәндәрҙә туҡталып ҡалмаҫҡа, уҡыуҙа, спортта һәм мәҙәниәттә яңы ҡаҙаныштарға ирешергә илһамланып, баш ҡаланан бәхетле, бихисап ыңғай тәьҫораттар алып ҡайтты.

Ләйсән ИҘРИСОВА, 1-се Стәрлебаш урта мәктәбенең педагог-психологы.


Читайте нас: