Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Декабрь 2017, 11:43

Боҙҙа һаҡ булығыҙ!

Көҙгө-ҡышҡы осорҙа, йәғни ныҡлы һыуыҡтар башланғансы боҙ йоҡа була. Кистәрен һәм төндә туңған боҙ бер аҙ күтәрә әле, әммә көндөҙ ағын һыуҙарҙан йылынып күҙәнәкләнә, ҡалынлығын һаҡлаһа ла ныҡлығы булмай.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был миҙгелдә һыу ятҡылыҡтарында бәхетһеҙ осраҡтар күҙәтелә. Боҙҙа үҙегеҙҙе тотоу ҡағиҙәләрен тағы бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ҡараңғыла, шулай уҡ томан төшкәндә, ҡар, ямғыр яуғанда боҙға сыҡмағыҙ; боҙҙоң ныҡлығын аяҡ менән тибеп ҡарарға ярамай; ағас йәки саңғы таяғы менән ныҡ итеп һуҡҡандан һуң һыу күренһә – тимәк, боҙ йоҡа, уның буйлап йөрөргә ярамай; боҙ менән ҡапланған йылғаны (күлде) саңғыла үтеүе яҡшыраҡ, хәүеф килеп тыуа ҡалһа, уларҙы ташларға еңелерәк булһын өсөн был осраҡта саңғы беркеткестәрен эләктәрмәгеҙ, саңғы таяҡтарының элмәктәрен ҡулығыҙға кеймәгеҙ; атаәсәләр балаларын саңғыла, конькиҙа йөрөргә, балыҡ ҡармаҡларға ҡараусыһыҙ ебәрмәһендәр ине. Рәсәй Эске эштәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы начальнигы бойороғона ярашлы, һыу объекттарында кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, уларҙың ғүмерен һәм сәләмәтлеген һаҡлау буйынса сараларҙы бойомға ашырыу ойошмалар һәм һыуҙан файҙаланыусыларға йөкмәтелеүен (федераль һәм республика закондарына ярашлы) хәтерҙәренә төшөрәбеҙ. Улар араһында: кешеләрҙең, авто һәм мото транспорттың күпләп боҙға сыҡҡан урындарында мәғлүмәт яҙылған һәм тыйыу аншлагтары ҡуйыу; санкцияланмаған боҙ аша сығыу урындарын ябыу; балыҡ тотоу урындарында ҡотҡарыу постары ҡуйыу; халыҡ араһында аңлатыу һәм профилактик эш алып барыу.Д.А.МАЛЫШЕВ, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһының дәүләт инспекторы.
Читайте нас: