Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Декабрь 2017, 11:07

Инициатива - тормошҡа ашырырлыҡ!

Мәктәп булһа - ауыл да йәшәй, тиҙәр. Шуны яҡшы аңлап, Ҡуғанаҡбаш ауылы халҡы ла урындағы инициативаларға ярҙам программаһына ҡушылып, берҙәм тауыштан мәктәпте ремонтларға ҡарар итте.

Ҡуғанаҡбаш урта мәктәбе 1972 йылда төҙөлә. Был ваҡыт эсендә ул иҫкерә, етмәһә, бәҙрәф тә тышта. Республика бюджетынан бүленгән субсидия урындағы бюджеттан софинанслау, бағыусылар һәм халыҡтан йыйылған аҡса менән 1407240 һум тәшкил итте. Ошо аҡсаға октябрҙә мәктәп бинаһына капиталь ремонт яһалып, йылы бәҙрәфтәр ҡуйылды һәм тәҙрә блоктары алмаштырылды. Хәҙер мәктәптә яҡты, йылы һәм тәҙрәләрҙән ел өрмәй. Ф.Туҡтаров етәкселегендә район хакимиәтенә, район мәғариф бүлеге начальнигы М.Кәримовҡа, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты И.Ғүмәровҡа, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы В.Вилдановҡа, ауылдың имам-хатибы И.Яхинға, Ленин исемендәге хужалыҡ рәйесе Ю.Синәғоловҡа, «Заря» йәмғиәте рәйесе Ғ.Ҡорбанғәлиевҡа, урындағы шәхси эшҡыуарҙар И.Синәғоловҡа һәм Г.Дәүләтшинаға, ата-әсәләргә, төрлө йылдарҙа мәктәпте тамамлаусылар А.Дәүләтшинға, Д.Әмировҡа, И.Ғәлимовҡа, М.Дәүләшинға, М.Бикҡоловҡа, бағыусылыҡ ярҙамы өсөн уҡытыусы ветерандарға һәм мәктәпте ремонтлауға үҙ өлөшөн индереп, ҡулдан килгәнсе ярҙамлашҡан тотош ауыл халҡына рәхмәт белдерге килә. Барлыҡ уҡытыусылар, ата-әсәләр һәм уҡыусылар исеменән һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ һәм етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотлайбыҙ.

Луиза ҒӘЛИЕВА, Ҡуғанаҡбаш урта мәктәбе директоры.


Читайте нас: