Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Декабрь 2017, 10:56

Иң мөһиме - граждандарҙың әүҙемлеге

2014 йылда республика Башлығы һәм Хөкүмәте ҡарары менән булдырылған һәм бөгөнгө көндә 2030 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы үҫеше стратегияһының өҫтөнлөклө бурыстарына ингән урындағы инициативаларға ярҙам программаһы тураһында гәзитебеҙҙә бик күп һәм ентекле яҙғайныҡ инде. Программаның муниципаль берәмектәрҙә проблемаларҙы хәл итеүҙә ҙур ярҙам булыуы бәхәсһеҙ. Стәрлебаш ауыл биләмәһендә был проект уҙып барыусы йылда уңышлы старт алды.

Республика бюджетынан бүленгән субсидия (983410 һум), урындағы бюджеттан софинанслау (150030 һум), бағыусылар (140000 һум, шулай уҡ аҡсаһыҙ ярҙам да) һәм халыҡтан йыйылған (100000 һум) аҡсаға Ибраҡай ауылында һыу үткәреү селтәре капиталь ремонтланды. Киләһе йылда ла ауыл биләмәһе хакимиәте шулай уҡ проекттың конкурс һайлап алыуында ҡатнашасаҡ. Мәҫәлән, 29 ноябрҙә үткәрелгән һуңғы йыйылышта халыҡ тарафынан бер тауыштан проектта ҡатнашыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Һәм иң өҫтөнлөклө мәсьәлә билдәләнде, уны программа сиктәренән тыш хәл итеп булмаҫ ине, моғайын. Сөнки һүҙ аҙ сумма тураһында бармай. Йыйылыусылар Стәрлебаш башланғыс мәктәбе территорияһында балалар спорт-уйын майҙансығын ҡуйыу идеяһын хупланы. Уның бик кәрәк булыуын был көндө ошо мәктәп директоры Г.А.Хөсәйенова ла әйтте. Шулай уҡ бында биш кешенән торған инициатива төркөмө һайланды, уларға конкурс документацияһын әҙерләүҙә ҡатнашырға, эштәр тураһында халыҡҡа хәбәр итергә һәм проектты тормошҡа ашырыу барышын тикшереп торорға тура киләсәк. Проект 1080170 һумға баһаланды. Әгәр конкурс һайлап алыу еңеүселәре иҫәбенә инеп булһа, талап ителгән сумманың байтаҡ өлөшө - 745170 һум республика бюджетынан бүленәсәк. Бынан һуң, программаның бөтә шарттарын үтәү өсөн 150000 һум сумма урындағы бюджеттан бүленергә тейеш, 110000 һум - бағыусыларҙан йыйыласаҡ, һәм шулай уҡ 110000 һум аҡсаны халыҡтан йыйырға тура киләсәк. Халыҡҡа килгәндә, был эш ирекле. Теге йәки был кеше түләргә тейешле аныҡ билдәләнгән сумма юҡ. Һәр кем хәленән килгәнсе ярҙам итә ала. Халыҡ ошо изге эшкә әүҙем ҡушылыр, тип ышанғы килә. Сөнки һөҙөмтәлә, килеп сыҡһа, балаларыбыҙҙың заманса, матур һәм кәрәкле майҙансығы барлыҡҡа киләсәк, бында сәләмәтлекте лә нығытырға, ваҡытты ла күңелле үткәрергә мөмкин буласаҡ.


Урындағы инициативаларға ярҙам программаһы – урындағы кимәлдәге иң киҫкен социаль мәсьәләләрҙе асыҡлау һәм халыҡ ҡатнашлығында һөҙөмтәле хәл итеү мөмкинлеге биргән механизм. Ул шуныһы менән үҙенсәлекле, ауыл биләмәһенең тормош сифатын яҡшыртыу, тәү сиратта, халыҡтың әүҙемлегенә бәйле. Тап халыҡ ниндәй проектты бойомға ашырасағын һәм бының өсөн ниндәй көс һәм тырышлыҡ һаласағын хәл итә. Бындай эштәр халыҡтың әүҙемлеген, барыһын да ѳҫтән кѳтѳп ултырмай, лайыҡлы тормош булдырыуға үҙ ѳлѳшѳн индерергә тырышыуын да күрһәтә.

Үҙ хәбәрсебеҙ.


Читайте нас: