Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Декабрь 2017, 11:07

«Байыҡ»тан лауреаттар булып ҡайттылар

«Байыҡ» республика телевизион конкурсында ҡатнашырға хыялланмаған репертуарында башҡорт бейеүҙәре булған бер коллектив та юҡтыр, моғайын. Сөнки был бихисап хистойғолар, тәьҫораттар, тамашасыларҙың ҡайнар алҡыштары, ауыл халҡының, күршеләрҙең, туғандарҙың, дуҫ-иштәрҙең ихлас һоҡланыуы... Әммә бының артында тиҫтәләрсә кешенең ғәйәт ҙур, тырыш һәм ныҡышмалы хеҙмәте тора, уларға йөҙҙәрсә сәғәт репетициялар яһарға, һайлаған әҫәрҙәрен өйрәнергә, шымартырға һәм күрһәтергә кәрәк. Өҫтәүенә, хаталар, көтөлмәгән хәлдәр һәм башҡа бик күп факторҙар килеп сығыуы ихтимал. Быларҙың барыһы ла районыбыҙҙың ике халыҡ коллективы - Әнисә һәм Ҡәҙриә Зөбәйеровалар етәкселегендә «Әхирәттәр» эстрада-фольклор (Йәлембәт ауыл мәҙәниәт йорто), Люциә Байназарова етәкселегендә «Күндерәккәй» башҡорт фольклор (Шәкәр ауыл клубы) ансамблдәренең ижади үҫеш тарихына ингән. Тап уларҙың коллективтары еңеү яулап, хыялдарын тормошҡа ашыра. Сөнки уларҙың коллективтарында ябай бейергә яратыусылар, башҡорт мәҙәниәтен ҡәҙерләп һаҡлаусылар шөғөлләнә һәм һис шикһеҙ, улар - ысын традицяларҙың күсәгилешлеге өлгөһө.

Уҙып барыусы декабрь айы конкурсанттарға ла, улар өсөн көйәрмәнлек иткән тамашасыларға ла айырыуса көсөргәнешле булды. Һәм бына... 10 декабрҙә Өфө ҡалаһының «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Байыҡ-2017» республика телевизион конкурсының юбилейлы Гала-концерты булды. Унда Башҡортостан Республикаһының төрлө ҡалалары һәм райондарынан, Рәсәй төбәктәренән яңғыҙ һәм халыҡ бейеүҙәрен башҡарған 550 бейеүсе, сит ил ҡунаҡтары ҡатнашты. Призерҙар - конкурста еңеүселәр билдәләнде. Улар иҫәбендә беҙҙең коллективтар ҙа I дәрәжә лауреаттар булды. Лайыҡлы еңеү! Әммә был ғына түгел. Әнисә Зөбәйероваға (Йәлембәт ауыл мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы, «Әхирәттәр» фольклор коллективы етәксеһе) һәм Рәзилә Ҡотлошинаға (Иҫке Ҡалҡаш ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе) «Байыҡ» телевизион конкурсында әүҙем ҡатнашҡандары һәм мәҙәниәт өлкәһендә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн БР Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаттары тапшырылды. Ә Люциә Байназарова (Шәкәр ауыл клубының «Күндерәккәй» халыҡ ансамбле етәксеһе) һәм Ҡәҙриә Зөбәйерова («Әхирәттәр» фольклор коллективы етәксеһе) «Байыҡ-2017» башҡорт бейеүе телевизион конкурсын төшөрөүҙә ярҙамлашҡандары өсөн БР Мәҙәниәт министрлығының һәм «Башҡортостан» теле-радио компанияһының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. - 10 декабрҙән 13 декабргә тиклем Гала-концертты үткәреүгә ҙур әҙерлек эше алып барылды, - ти Ҡәҙриә Зөбәйерова. - Беҙҙең коллективҡа атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, билдәле хореографтар Рәйес Низаметдинов һәм Фәнил Әсәҙуллиндар менән эшләү бәхете тейҙе, улар «Әхирәттәр» коллективының потенциалын һәм эшһөйәрлеген юғары баһаланы. Барыһы ла: бәхәсләшеүҙәр, ике яҡтың да үҙ фекерҙәрен яҡлауҙар булды... Әммә, шулай ҙа бер фекергә килдек. Беҙҙең коллектив ойоштороусыларға тырышлығы һәм ныҡышмалылығы менән иҫтә ҡалғандыр тип уйлайым. Конкурстан алған тәьҫораттар тураһында ҡыҫҡаса әйткәндә, бер нисә аҙна ҡала унда ҡатнашырға ҡарар иттек һәм эшкә тотондоҡ. Бөтә этаптарҙы уңышлы үттек, быға бик ҡәнәғәтбеҙ. Беҙгә билдәле мәҙәниәт эшмәкәре, бейеү традицияларын һаҡлаусы Ратмир Бәҙретдиновтың фекере бик мөһим булды. Әгәр элек мин уны телевизорҙан ғына күрһәм, хәҙер иһә шәхсән унан рәхмәт һүҙҙәре ишеттем. Шулай уҡ башҡа билдәле һәм популяр жюри ағзалары менән дә аралашыу бик ҡыҙыҡлы булды. Һәм, әлбиттә, барыһын да сығыш яһарға әҙерләгәндә (сәстәрҙе дөрөҫ үрергә, бөтәһенә лә бер төрлө макияж эшләргә, бынан һуң үҙемә лә сәхнәгә сығырға кәрәк ине) ҙур яуаплылыҡ тойғоһо кисерҙем. Өҫтәүенә, өлкәндәргә айырыуса иғтибар кәрәк, әммә мин уларға ышандым һәм улар ышанысымды аҡланы. Бының өсөн барыһына ла ҙур рәхмәт. Конкурстан тик ыңғай тәьҫораттар ғына ҡалды. Ә беҙ ошо коллективтарға киләсәктә ижади үҫеш, Ҡәҙриә Зөбәйероваға - яңы идеялар, ҡатнашыусыларға - сәләмәтлек һәм дуҫтарса ижади мөхиттә ихлас аралышыуҙарын теләйбеҙ. Мәҙәниәтте үҫтереүҙә һеҙҙең ролегеҙ - баһалап бөткөһөҙ, әүҙемлегегеҙ һәм бөтмәҫ көс-ҡеүәтегеҙ - һоҡландыра! Киләһе 2018 йыл ғаиләләрегеҙгә именлек һәм тотороҡлолоҡ алып килһен!

Үҙ хәбәрсебеҙ. Фото район Мәҙәниәт йорто сайтынан алынды.


Читайте нас: