Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Декабрь 2017, 10:56

Бүләк булһын күңел йылыбыҙ

Күптән түгел Табылды ауыл мәҙәниәт йортонда «Йырлы, моңло сәйәхәт» тип аталған концерт программаһы менән район Мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары сығыш яһаны. Был ауыл тормошонда мөһим ваҡиға булды, улар ауыл халҡына күтәренке кәйеф һәм онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар бүләк итте.

Ике сәғәт дауамында беҙ ысын күңелдән ял иттек, матур йырҙар, йөрәк елкендергес бейеүҙәр бүләк иткән, ҡыҙыҡлы скетчтар күрһәткән артистарҙың сығыштарын ләззәтләнеп ҡараныҡ. Тамашасылар һәр концерт номерын, башҡарыусыларҙы көслө алҡыштарға күмеп ҡаршыланы һәм оҙатты. Илдар Баһауетдинов, Рөстәм Ғәлиев (шулай уҡ уларҙың баянда оҫта уйнауы), Гөлфизә Хәйруллина башҡарыуында ихлас йырҙар, Сөмбөл Йосопованың һоҡландырғыс бейеүҙәре барыһының да күңеленә хуш килде. Ә «Ҡыҙ килде ҡалаға» скетчында Венера Латипова һәм Регина Әхмәроваларҙың ролдәрен ниндәй оҫта һәм көлкөлө башҡарыуын күрһәгеҙ икән! Сәхнә оҫтаһы Гөлйөҙөм Сәйепова программаны ҡыҙыҡлы, күңелле алып барҙы, тамашасылар һәр концерт номерын түҙемһеҙләнеп көтөп алды. Ул беҙҙе һәйбәт алып барыусы һәм иҫ киткес йырсы булараҡ һөйөндөрҙө. Шулай уҡ, тауыш һәм яҡтылыҡ буйынса үҙ эшенең оҫталары Рөстәм Ғәлиәкбәров һәм Илдар Шәриповтар концертты тағы ла йәмләндерҙе. Артистарҙы алып килгән водитель Ғазинур Әйүповҡа ҙур рәхмәт. Концерт бик матур, тәьҫирләндергес, тамашалы булды һәм беҙгә бихисап ыңғай тәьҫораттар бүләк итте. Ысын күңелдән ауыл халҡы исеменән артистарға рәхмәт белдереп, уларға ижади уңыштар теләйбеҙ!

Тәлғәт ИСМӘҒИЛЕВ, Табылды ауылы старостаһы
Читайте нас: