Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Декабрь 2017, 10:53

45 йылдан һуң тулҡынландырғыс осрашыу

Мөғжизәле мәктәп йылдары. Улар үҙҙәренән һуң онотолғоһоҙ хәтирәләр ҡалдыра, аң-белем бирә, дуҫлыҡ бүләк итә. Һәм хатта йылдар үтеү менән дә беҙ улар тураһында йылмайып һәм һағынып иҫкә алабыҙ.

1972 йылда Айҙарәле һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлауыбыҙға 45 йыл, ярты быуат тиерлек ваҡыт үтеп киткән. «Ә ниңә беҙгә осрашып, мәктәп йылдарын иҫкә алмаҫҡа, сөнки 45 йыл - оло дата», - тип ҡарар иттек беҙ. Йылдар-йылдар... Беренсе ҡарашҡа ғына улар беҙҙе үҙгәрткән кеүек. Эйе, беҙ етдиләнеп киткәнбеҙ, сәстәребеҙгә сал ҡунған, ә күңелебеҙҙә - шундай уҡ шуҡ һәм шаян ҡыҙҙар һәм малайҙар. Ҡайһы берҙәребеҙ менән мәктәпте тамамлағас бер тапҡыр ҙа осрашҡаныбыҙ булмаған икән. Шуға ла мәктәп территорияһында осрашыу күңелле, ихлас булды, бер-беребеҙҙе ҡайнар сәләмләп, яңылыҡтарыбыҙ һәм бер туҡтауһыҙ: «Ә һин иҫләйһеңме?» тип, хәтирәләребеҙ менән уртаҡлаштыҡ. Осрашыуҙы тәбиғәттә «Ҡаршы урман» тигән урында дауам итергә ҡарар иттек. Беҙ уҡығанда өс параллель класс (һәм был ауыл мәктәбендә) булды. Осрашыуға 12 кеше килде. Беҙ бала сағыбыҙҙы, онотолғоһоҙ мәктәп йылдарын, уҡытыусыларҙы һәм арабыҙҙа иҫән булмаған иптәштәребеҙҙе иҫкә алдыҡ. Ваҡыт аяуһыҙ, параллель «В» класынан ғына 12 кешенең һигеҙе мәрхүм. Осрашыуға килгән һәр кем үҙенең тормош юлы, балалары тураһында һөйләне. Бик ҡыҙыҡлы булды, сөнки беҙҙең арала төрлө һөнәр эйәләре: медицина хеҙмәткәрҙәре, педагогтар, механизаторҙар, һатыусылар һ.б. бар ине. Беҙ мәктәп йырҙарын йырланыҡ, бейенек. Бөтәбеҙгә лә алтмыш йәштән ашыу булһа ла, хатта оло булыуыбыҙ, сирҙәребеҙ тураһында онотоп, үҙебеҙҙе йәнә 17 йәшлек үҫмерҙәр кеүек хис иттек. Һәм хатта быҫҡаҡлап яуған ямғыр ҙа беҙҙең кәйефте төшөрмәне. Баш өҫтөнә япма яһап, беҙ күңел асыуыбыҙҙы дауам иттек. Һәм кис етеүен, ваҡыттың ни тиклем тиҙ үтеүен һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Һаубуллашҡанда, беҙ бер-беребеҙҙе онотмаҫҡа, йышыраҡ осрашырға, шылтыратышырға һәм мотлаҡ биш йылдан һуң мәктәпте тамамлауыбыҙға 50 йыллыҡҡа осрашырға ҡарар иттек. Класташтарыбыҙ исеменән осрашыуҙы ойоштороусылар Венера, Фәнирә, Миңнур, Вәлиәдәгә ошондай матур сара өсөн рәхмәт белдерге килә. Беҙ биш йылдан һуң мотлаҡ осрашырбыҙ, тип өмөтләнәбеҙ.

Малик ХӘКИМОВ. Автор фотоһы.
Читайте нас: