Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Декабрь 2017, 10:30

Ветеринар документтарҙы тултырыу буйынса яңы ҡағиҙәләр тикшерелде

Уҙған йома көндө район хакимиәтенең ултырыштар залында киләһе йылдың ғинуарында үҙ көсөнә инәсәк ветеринар документтарҙы әҙерләү буйынса яңы тәртипкә бәйле ветеринария закондарына бағышланған эш кәңәшмәһе булды. Унда ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре, ауыл биләмәләре, крәҫтиән фермер хужалыҡтары башлыҡтары һ.б. саҡырылды. Кәңәшмәне район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров алып барҙы.

Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының 2016 йылдың 27 декабрендәге «Ветеринар документтарҙы тултырыу буйынса эште ойоштороуға бәйле ветеринар ҡағиҙәләрҙе, ветеринар документтарҙы электрон формала һәм ҡағыҙҙа тултырыу тәртибен раҫлау тураһында»ғы 589 һанлы бойороғо - тикшереү темаһы булды. Быға тиклем ветеринарҙар продукцияны, сеймалды тикшергәндән һуң, мәғлүмәттәрҙе ҡағыҙға ғына яҙып бирһә, хәҙер иһә ветеринария документтары “Меркурий” федераль дәүләт системаһы аша электрон рәүештә тултырыласаҡ.

Йыйылыусылар алдында Стәрлетамаҡ район-ара ветстанцияһының ит эшкәртеү предприятиеларында ветеринар хеҙмәтләндереү һәм ветеринар-санитар экспертиза буйынса подразделение начальнигы Гүзәл Фәхретдинова сығыш яһаны. Ул «Меркурий» федераль дәүләт системаһы тураһында һөйләне. Автоматлаштырылған системаны ғәмәлгә индереүҙең маҡсаты – ветеринария өсөн берҙәм мәғлүмәт базаһын булдырыу, аҙыҡтүлек именлеген арттырыу, ветеринария документтарын рәсмиләштереү ваҡытын ҡыҫҡартыу, финанс сығымдарҙы кәметеү һәм башҡалар. Һәр электрон ветеринар теркәлгән документҡа махсус штрихкод ярҙамында һатып алыусылар ризыҡтың ҡайҙан килеп сығыуы тураһында кәрәкле мәғлүмәт табасаҡ.

Стәрлебаш район ветеринар станцияһы начальнигы Азат Әхмәров әйтеүенсә, беҙҙең районда һигеҙ хужалыҡ һәм ете шәхси эшҡыуар «Меркурий» федераль дәүләт системаһы буйынса эшләй ҙә инде. Йыйылыусылар ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе һәм ошо система буйынса эшләгәндә ниндәй проблемалар булыуын тикшерҙе. Шулай уҡ кәңәшмәлә ҡатнашыусылар алдында «БР Ауыл хужалығы буйынса консультация биреү үҙәге» учреждениеһы директоры Ирек Сакаев сығыш яһаны. Ул ауыл хужалығы кооперациялары тураһында ентекле һөйләне.

Лиана ЙӘРМИЕВА.
Читайте нас: