Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Декабрь 2017, 14:20

Районыбыҙҙың маҡтаулы граждандары

Стәрлебаш районының Почетлы гражданины. Был исем райондың йәмәғәт тормошона тос өлөш индергән әүҙем позициялы кешеләргә бирелә. Күптән түгел үткән район Советының XV ултырышында ошо почетлы исемгә ҡыҙыл таҫмалар һәм таныҡлыҡтар Л.Т.Байназароваға һәм З.Л.Зәйнуллинға тапшырылды.

Уларҙы стәрлебаштар ғына түгел, райондан ситтә лә яҡшы беләләр. Люциә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы байтаҡ йылдар «Күндерәккәй» башҡорт халыҡ фольклор ансамбленә етәкселек итә, был коллектив районда ғына түгел, төрлө республика һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында һәм фестивалдәрендә призер булып тора. Үҙешмәкәр сәнғәтте үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашҡаны һәм шәхсән өлөш индергәне өсөн уға был исем бирелде. Ә ошо йылдар эсендә тыуған Стәрлебаш ауылын һәм уның халҡын данлаған билдәле яҙыусы Зәки Лотфулла улы яҙыусылар эшмәкәрлеген үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашҡаны һәм шәхсән өлөш индергәне өсөн был исемгә лайыҡ булды. Таҫма һәм таныҡлыҡтарҙы уларға йылы ҡотлау һүҙҙәре менән район Советы рәйесе Юнир Рысаев тапшырҙы. Үҙ сиратында, Люциә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы һәм Зәки Лотфулла улы депутаттарға, район хакимиәтенә һәм халҡына уларҙың хеҙмәтен юғары баһалағандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Зәки Зәйнуллин район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаровҡа «41-ҙең арбалы ҡатындары» пьесаһы геройҙарының үҙ ҡулдары менән эшләгән ағас һындарын бүләк итте. Талантлы яҙыусы, 15 китап авторының ҡаурый ҡәләм тирбәтеүҙән тыш, ағастан әйберҙәр эшләү оҫталығы ла бар икән. Люциә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы һәм Зәки Лотфулла улы, район гәзите уҡыусылары исеменән ҡотлауҙарыбыҙҙы ҡабул итегеҙ! Ижади уңыштар һеҙгә!

Рәйсә МУСИНА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.


Читайте нас: