Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр идаралығы сиктәр тураһында аныҡ билдәләр булмаған осраҡта ла ер участкалары эйәләре элеккесә үҙ участкалары менән файҙалана ала, тип аңлата. Ғәмәлдәге закондар Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрында мәғлүмәт булған, әммә сиктәре ер закондары талаптарына ярашлы билдәләнмәгән ер участкалары менән килешеүҙәргә сиктәр ҡуймай, шулай уҡ сиктәр ҡуйылырға тейешле ваҡыт аралығы ла юҡ. Шулай итеп, межалау бындай ер участкаларының хоҡуҡлы эйәләре ихтияры менән ғәмәлгә ашырыла һәм ваҡыт менән сикләнмәй. Әммә, бындай участканы һатыу, мираҫҡа биреү, бүләк итеү зарурлығы тыуған осраҡта межаланмаған участка менән бындай эштәр башҡарыу мөмкин булмаясаҡ. Шулай уҡ сик буйынса күршеләр менән бәхәстәр килеп тыуыуы ла мөмкин. Межалау күңелһеҙ хәлдәрҙе булдырмаҫҡа ярҙам итә. Кадастр эштәре барыһы ла ентекле яҙылырға тейешле подряд килешеүе нигеҙендә башҡарыла. Заказсы тарафынан раҫланған смета һәм эштәр башҡарыуға задание килешеүгә мотлаҡ ҡушымта булып тора. Шулай уҡ килешеүҙә кадастр эштәре үткәреүҙең ваҡытын яҙыу зарур. Күп функциялы үҙәккә ғариза менән бергә тапшырылырға тейешле межалау планы ер участкаһын межалау һөҙөмтәһе булып тора. Шуның менән бергә Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр идаралығы аныҡ сиктәре булмаған ер участкалары эйәләренә участка буйынса күршеләр һәм асыҡ власть органдары менән бәхәстәрҙе булдырмау өсөн межалауҙы үткәреү мөмкинлеген ҡарарға кәңәш итә.