Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Декабрь 2017, 13:17

Ғүмерем хеҙмәттә үтте, әммә мин унан ҡәнәғәт

Стәрлебаш ауылынан Мөнирә Сафинаны (һүрәттә) белеүселәр уның тормошҡа зарланыуын, бойоғоп йөрөүен йәки ҡул ҡаушырып ултырыуын күргәндәре лә юҡтыр, моғайын. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ә уға ошо көндәрҙә 80 йәш тулды, ул донъяға алдынғы ҡарашлы, һәр ваҡыт шат күңелле һәм күтәренке кәйефтә. Ә уның үткән тормошон еңел тип әйтеп булмай, ул бихисап ауырлыҡтар һәм һынауҙарҙы еңеп, лайыҡлы ғүмер кисерә.

Быны юҡҡа ғына әйтмәйем, сөнки беҙ уның менән бер нисә тиҫтә йыл бер йортта йәшәйбеҙ һәм: «Мөнирә апай, хәлдәрегеҙ, һаулығығыҙ нисек?» тигән һорауға һәр ваҡыт: «Аллаға шөкөр, барыһы ла һәйбәт!» тигән яуап ишетәм. Бер һүҙ менән әйткәндә, төшөнкөлөккә бирелмәй, тормошҡа зарланмай йәшәй ул. Уның күпме ауырлыҡтар аша үткәнен ошо көндәрҙә генә белдем. Ул иртә атайһыҙ ҡала. - Атайым 1942 йылда әсәйебеҙҙе биш бәләкәй балаһы һәм ҡәйнәһе менән ҡалдырып, 37 йәшендә һуғышҡа китеп һәләк булды. 90 йәшкә тиклем тиерлек йәшәгән әсәйем - бөйөк ҡатын! Балаларын аяҡҡа баҫтыра, ғүмере буйына ҡәйнәһен ҡарап йәшәй, тәүҙә колхозда, ә хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң байтаҡ йылдар район үҙәге балалар баҡсаһының береһендә эшләй. Өҫтәүенә, 85 йәшкә тиклем һыйыр аҫрай, баҡса үҫтерә, - тип һөйләй ул. Мөнирә эшһөйәр булып үҫә, өләсәһе менән еләк йыйырға йөрөй, уның Ҡөрьән аяттары, сүрәләр уҡығанын тыңлай, әсәһенә өй эштәрендә ярҙамлаша, ә һуғыш йылдарында, бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, башҡа үҫмерҙәр менән бер рәттән күк һағыҙ йыйырға (ул фронтта резина етештереү өсөн кәрәк була) ярҙамлаша. - Мин - һуғыш балаһы, - ти ул үҙе тураһында. Киләсәктә әсәһенең яҙмышын ҡабатлап, көн-төн тип тормай, ал-ял белмәй эшләргә тура килер тип ҡыҙ уйлап та бирмәй. Ете класс тамамлағандан һуң ул биш йыл Стәрлетамаҡ тегеү фабрикаһында эшләй. Артабан, Әлшәй егетенә тормошҡа сығып, уның тыуған ауылына китә. Бында уларҙың дүрт балаһы яҡты донъяға килә. Әммә... тормош иптәшенән уңмай. Балаларын ғына алып (кескәйенә ни бары бер йәш тә ике ай ғына була) Мөнирә тыуған Стәрлебаш ауылына ҡайта. Алиментһыҙ дүрт баланы үҫтереү еңел түгел шул. - Иң мөһиме, әсәйем, туғандарым миңә ярҙам итте, ә эштән мин ҡурҡманым, - тип дауам итә Мөнирә Сибәғәт ҡыҙы. Ул 1 һанлы балалар баҡсаһына эшкә урынлаша. Ул ваҡытта заманалар еңел булмай. Биналар, ә улар бер нисә була - ағастан. Һыуҙы көйәнтәләп Хәсәнов урамындағы шишмәнән ташыйҙар. Бөгөн быны күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Мейескә яғалар, ҡышын территорияны ҡарҙан таҙарталар, кер йыуалар һәм башҡа бик күп эштәр башҡаралар. 1973 йылда 2 һанлы балалар баҡсаһына кастелянша булып эшкә күсә. Һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы, 20 йылдан ашыу, тәүҙә кастелянша, аҙаҡ тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй. - Шул ваҡытта беҙҙең мәктәпкәсә учреждениела биш төркөм эшләй ине, - тип һөйләй балалар баҡсаһының элекке мөдире Сәйлә Ҡотлошина. - Хатта кер йыуыу бинаһы ла юҡ ине. Урын кәрәк-яраҡтарын йыуыу өсөн ат менән коммуналь мунсаға алып бара инек. Ҡул эше бик күп булды, әммә Мөнирә Сибәғәт ҡыҙының үҙенең дүрт балаһы булыуға һылтанып, эштән баш тартыуын йәки ризаһыҙлыҡ белдереүен хәтерләмәйем. Ул бик тырыш һәм егәрле хеҙмәткәр булды. Үҙенең эшен башҡарыуҙан тыш, кәрәк булһа аш-һыу бүлмәһендә эшләне, тәрбиәселәргә ярҙамлашты. Бер һүҙ менән әйткәндә, бөтә ерҙә өлгөрҙө. Балалар баҡсаһына яҡын йәшәүенән файҙаланып, йыш ҡына ата-әсәләре һуң алған балалар менән ултырып тороуын һорай инек. Уға шул кескәйҙәр менән киске сәғәт һигеҙҙәргә тиклем ултырырға тура килә ине. ... Хәтирәләр Мөнирә апайҙы уҙғандарға алып ҡайта. Һәм ишеткәндәремдән сикһеҙ ғәжәпләнәм мин. - Әлбиттә, был күптән булды. Балалар баҡсаһына ит кәрәкһә, һыйыр һатып ала инек. Иртән уны йортта һуйып, эсәктәрен йыуып, уларҙы бешерә инек. Ә ашнаҡсылар ҡамыр ҡуялар һәм иртәнге сәғәт һигеҙгә, балалар килеүгә, уларҙы эҫе ҡамыр аштары көтә ине. ... Нимә генә эшләргә тура килмәне. Балалар баҡсаһының аты өсөн бесән, утын (үҙебеҙ быса һәм яра торғайныҡ) әҙерләй, брикет һәм күмер ташый инек (сөнки газ үткәргәнсе бинаны яғып йылыттыҡ). Бер ваҡыт балалар баҡсаһы территорияһына күпләп ҡарағат ултырттыҡ. Ҡышын балаларҙы һыйлау өсөн йәйен бер фляга ҡарағат ҡайнатмаһы ҡайнатып ҡуя инек. Мөхәмәтдәмин ауылында беҙҙең ер участкаһы була торғайны, бында беҙ коллектив менән йәшелсә үҫтерҙек. Һуңыраҡ, уларҙы баҡса территорияһына ултырта башланыҡ... Әңгәмәсем әйтеүе буйынса, эшләгән йылдарында ул бер тапҡыр ҙа ауырып, көндәр алмаған, отпуск мәлендә бер ҡайҙа ла ял итергә бармаған. - Профком рәйесе бер нисә тапҡыр бушлай путевкалар тәҡдим итте. Шул тиклем күп эшләргә ярамай, ял да кәрәк, ти торғайны. Әммә мин балаларымды ҡалдырып, ялға китеүҙе күҙ алдына килтерә алмай инем. Миңә уларҙы кейендерергә, ашатырға, белем бирергә кәрәк ине. Әгәр кемдер ниндәйҙер эштә ярҙам һораһа, бер ваҡытта ла баш тартмай, ниндәй ҙә эшкә тотона инем, сөнки был минең өсөн файҙалы булды. Байтаҡ йылдар шатлыҡҡыуаныстарымды һәм ҡайғыларымды уртаҡлашҡан һәм һәр йәһәттән ярҙам ҡулы һуҙған әсәйемә, туғандарыма, шулай уҡ әхирәттәрем Фәнүзә Рәшитоваға, ашнаҡсы Йәмилә Ғариповаға, туғаным, элекке уҡытыусы Фәриҙә Ибәтуллинаға ҙур рәхмәтлемен. Нисек кенә ауыр булмаһын, бер ҡасан да зарланып, проблемалар тураһында һөйләмәнем. Улар тураһында минең иң яҡын әхирәттәрем генә белде. Һәм улар һәр яҡлап ярҙам итәләр ине. Хәҙер минең кәңәшселәрем - ҡыҙҙарым. Аллаға шөкөр, балаларым һәйбәт кешеләр булып үҫте. Барыһы ла ғаилә ҡорҙо. Яҡшы йәшәйҙәр, миңә ярҙамлашалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улым Рөстәмдең генә ғүмере ҡыҫҡа булды, бер йыл элек ул арабыҙҙан мәңгелеккә китте. Мөнирә апай ҡасандыр әсәһе Минйыһан кеүек үк, 75 йәшкә тиклем картуф ултырта, ҡош-ҡорт аҫрай һәм әле лә баҡса үҫтерә. - Ғүмерем хеҙмәттә үтте, әммә мин унан ҡәнәғәт, - ти ул. - Мин хеҙмәт ветераны. Өйөмдә ҡала шарттары булдырыуҙа булышлыҡ иткән Владимир Ғәлиевҡа һәм уның ярҙамсыларына рәхмәт. Һыу үткәргес, канализация, ванна бар. Пенсияны ваҡытында килтерәләр. Фатирҙа йылы һәм уңайлы. Күршеләр һәйбәт. Балалар ремонт эшләне. Һәр ваҡыт ҡунаҡҡа ҡайтып, мине хәстәрләп торалар. Миңә ауыр булған йылдарҙа был турала хыяллана ла алмай инем. Көн һайын Аллаһы Тәғәләгә ошондай бәхет өсөн рәхмәт уҡыйым, яҡындарыма һәм тирә-яҡтағыларға ла изге теләктәр генә теләйем.

Рәйсә МУСИНА. Фото ғаилә альбомынан.


Читайте нас: