Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Декабрь 2017, 11:30

Иң әүҙем гәзит уҡыусыбыҙ

Рәсәйҙә һәм башҡа илдәрҙә Халыҡ-ара инвалидтар көнө сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең проблемаларына йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү һәм уларҙың заманса йәмғиәттә йәшәүгә яраҡлашмауы тураһында булдырылған фекерҙе үҙгәртеү маҡсатында үткәрелә. Тән өлөштәре буйынса бер аҙ айырылһалар ҙа, уларҙың күңеле, һәр ҡайһыбыҙҙыҡы кеүек үк, нескә.

Беҙҙең бурыс - уларҙың тормошо өсөн һәйбәт шарттар булдырыу, үҙҙәренә ҡарата иғтибар һәм йылылыҡ тойһон өсөн тирә-яҡтағылар менән тигеҙ мөмкинлектәр биреп, уларға һәр яҡлап ярҙам итеү. Был көндө мин әүҙем китап уҡыусым Самат Буранғоловтың өйөнә барҙым.

Минең килеүемә Самат һәм уның әсәһе Фәриҙә Усман ҡыҙы шул тиклем шатланды! Миңә улар менән һөйләшеүе бик рәхәт булды. Самат - беҙҙең китапхананың иң әүҙем уҡыусыһы. Ул айырыуса шиғриәт, мажаралар тураһында китаптар һәм детективтар, шулай уҡ башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен уҡырға ярата. Ул күп уҡый. Аҡыллы, асыҡ, изге күңелле булыуы менән кешеләрҙе үҙенә йәлеп итә, уның уйлап эш итә белеүен, аралашыусанлығын күрһәтә. Ул шулай уҡ китапханала үткәрелгән әҙәби сараларҙың әүҙем ҡатнашыусыларының береһе. Өйөнә барғанда Саматҡа китаптар тәҡдим иттем, ул оҡшағанын һайлап алды. Ҙур балмаһа ла ихлас күңелдән иҫтәлеккә бүләк тапшырҙым. Артабан уның әсәһе сәйгә саҡырҙы һәм беҙ ихлас аралаштыҡ. Саматҡа яҡындарының һөйөүен, тоғро дуҫтар, мауығыуҙары һәм ҡыҙыҡһыныуҙарынан кинәнес алыуын, именлек, ныҡлы сәләмәтлек һәм яҡшы кәйеф, ә атаәсәһенә һәм яҡындарына түҙемлелек теләге килә. Һаубуллашҡанда, китапхана ишектәре уның өсөн һәр саҡ асыҡ булыуын билдәләнем.

Альбина ҠАҺАРМАНОВА, Күндерәк ауыл китапханаһы китапханасыһы.


Читайте нас: