Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Декабрь 2017, 13:24

Аварияларҙы кәметеү маҡсатында

Ағымдағы йылдың 11 айында Башҡортостан Республикаһы территорияһында балиғ булмағандар ҡатнашлығында 416 юлтранспорт фажиғәһе теркәлгән, унда 22 бала һәләк булған, 428е төрлө тән йәрәхәттәре алған.

Юл-транспорт фажиғәләрен анализлағанда, уларҙың иң күбе балиғ булмаған йәйәүлеләр ҡатнашлығында (184) булыуы билдәләнде. Шулай уҡ балиғ булмаған транспорт саралары водителдәре ҡатнашлығында аварияларҙың күбәйеүе күҙәтелә - 22. Пассажир балалар ҡатнашлығында - 181 юлтранспорт фажиғәһе теркәлгән. Стәрлебаш районы территорияһында ике юл-транспорт фажиғәһе булған, унда ике балиғ булмаған бала төрлө тән йәрәхәттәре алған. Ҡышҡы каникул алдынан һәм уның ваҡытында балалар ҡатнашлығында юл-транспорт фажиғәләрен кәметеү, балиғ булмаған йәйәүлеләрҙе бәрҙереүҙәрҙе профилактикалау буйынса маҡсатҡа йүнәлтелгән саралар үткәреү, мәктәп уҡыусылары, шулай уҡ транспорт саралары водителдәренең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙарҙы иҫкәртеү маҡсатында 18 декабрҙән 12 ғинуарға тиклем «Иғтибар – балалар!» профилактик сараһы үткәрелә. Рәсәй Эске эштәр министрлығы Стәрлебаш районы бүлегенең ЮХХДИ бүлеге ата-әсәләрҙең, мәғариф, мәктәп һәм балалар баҡсалары хакимиәттәре вәкилдәренең, шулай уҡ дөйөм белем биреү учреждениеларының йәш юл хәрәкәте инспекторҙарының ошо сарала әүҙем ҡатнашыуҙарын һорай. Бер-береңде хөрмәт итеү һәм юл ҡағиҙәләрен үтәү - юлда хәүефһеҙлек гарантияһы, үҙеңдең һәм башҡаларҙың ғүмерен һәм сәләмәтлеген һаҡлап ҡалыу. Был турала бер ҡасан да онотмағыҙ!

Фәнис ҒИЗЗӘТУЛЛИН, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлебаш районы бүлегенең ЮХХДИ бүлеге начальнигы.


Читайте нас: