Һеҙҙең тармаҡ йәмғиәт өсөн бик ҙур әһәмиәткә эйә. Энергетиктарҙың ышаныслы хеҙмәте – ул производствоның тотороҡло, ауыл хужалығының уңышлы үҫеш нигеҙе, иҡтисад, социаль өлкә һәм халыҡтың ихтыяждарын тулы күләмдә, аварияһыҙ электр һәм йылылыҡ энергияһы менән тәьмин итеү.
Райондың энергетика системаһы һәр саҡ камиллаша һәм үҫә бара. Был йүнәлештә күрһәтелгән хеҙмәттә энергетиктарҙың да өлөшө ҙур. Уларҙың уңыштары нигеҙендә үҙ эштәренә ҡарата ҙур яуаплылыҡ, белгестәрҙең тырыш һәм берҙәм хеҙмәте ята.
Һеҙ киләсәктә лә был өлкәнең һөҙөмтәле һәм ышаныслы эшен тәьмин итерһегеҙ, ауыл хужалығын һәм халыҡтың йәшәү кимәлен үҫтереү өсөн бар шарттарҙы ла булдырырһығыҙ, тип ышанабыҙ.
Ошо байрам көнөндә һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, именлек, бәхет, районыбыҙ мәнфәғәтендә булған хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.
Стәрлебаш районы муниципаль район хакимиәте башлығы.