Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Декабрь 2017, 11:36

Кәрәкле һәм мөһим хеҙмәт

2011 йылдың октябрь айының ямғырлы төндәренең береһендә бик ҙур авария була - ВЛ-10 кВ Ф-З фазаларының береһендә электр көсөргәнеше тәьҫирендә изоляция ватыла.

Бына ике сәғәттән ашыу район үҙәге электрсылары ватылған урынды эҙләп табырға маташа. Токтың ергә китеүен эҙләү буйынса барлыҡ ысулдар ҡулланылды, әммә шул ваҡытта кәрәкле прибор һәм ышаныслы элемтә булмау сәбәпле, беҙҙең эш тотҡарланып, көтөлгән һөҙөмтә бирмәне. Хатта тәбиғәт тә беҙгә ҡаршы кеүек ине, бер туҡтауһыҙ көслө ямғыр ҡойҙо, әсе ел иҫте. Эшселәр үтә еүешләнде. Өҫтәүенә, «Стәрлебаш» 35/10 кВ район подстанцияһында тотош һаҡлыҡ системаһы эштән сыҡмаһын өсөн авария линияһын ике сәғәттән дә күберәк тоторға ярамай ине. Был осраҡта миңә район электр селтәрҙәренә (РЭС) коллегаларымоперативниктарға ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә тура килде. Шул ваҡытта начальник булған Фәнил Хөсәйенов оператив төркөмдөң дежур водителе Рим Фәрхшатовты күрергә кәңәш итте. Мине тыңлағандан һуң, ул, бер минутты ла сарыф итмәйенсә, машинаға ултырҙы. Рация аша район электр селтәрҙәре диспетчеры менән элемтәне, «Поиск» миллиамперметрының һәйбәт эшләүен тикшерҙек. Диспетчер һәм эшсе бригада менән маршрутты килешеп, ВЛ-10 кВ Ф-З фазаһына юлландыҡ. Ысынлап та, прибор линия аҙағында токтың юғары кимәлдә сығыуын күрһәтте. Шулай итеп, беҙ прибор менән «Кирзавод» подстанцияһының электр көсөргәнеше тәьҫирендә ватылған урынды таптыҡ. Подстанция хужаларын иҫкәртеп, беҙгә шул фазаны магистраль линиянан өҙөргә тура килде. Төп ВЛ-10 кВ Ф-З һәйбәт эшләй башланы. Шулай итеп, беҙҙең сираттағы авария менән көрәшебеҙ һәйбәт тамамланды. Бөгөн, район электр селтәрҙәренә килһәм, электр селтәрҙәрен эксплуатациялауҙа тамырҙан яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр булыуын күреп һөйөнәм. Эшсе персонал кәрәкле техника һәм материал менән сағыштырмаса һәйбәт тәьмин ителгән. Диспетчер пункты - оператив идара итеү һәм меңдәрсә километрҙан ашыу арауыҡта электр линияларына һәм йөҙҙәрсә трансформатор подстанцияларына контроллек итеү үҙәге булып тора. Бында оператив хеҙмәт электр тапшырыу селтәрҙәрендә ниндәй ҙә етешһеҙлектәрҙе даими контроль аҫтында тота һәм ваҡытында барлыҡҡа килгән етди ватылыуҙарға юл ҡуймай. Ашығыс техник ярҙам ниндәй һауа торошо булыуға ҡарамаҫтан, тәүлек әйләнәһенә күрһәтелә. Еңел булмаған һәм яуаплы электромонтер һөнәренә ғүмерҙәренең байтаҡ йылдарын бағышлайҙар: диспетчер Марсель Әһлиуллин (хеҙмәт стажы 17 йыл), оператив бригада электромонтерҙары Урал Әһлиуллин (10 йыл), Фәнүр Хөсәйенов (27 йыл), водителдәр Марат Фәйрузов (31 йыл), Рафаэль Халиҡов (27 йыл), электромонтер - диспетчер Хәйҙәр Хөсәйенов (13 йыл), электромонтер Рим Хәйбуллин (31 йыл), район электр селтәрҙәре диспетчерҙары Наил Хисамов (26 йыл), Айҙар Хөсәйенов (25 йыл), баш инженер Вәкил Арыҫланов (17 йыл), водитель Рим Фәрхшатов (21 йыл), тракторсы Фәрит Яҡупов (35 йыл). Был ир-егеттәрҙең эш тәжрибәһе ғәйәт ҙур, юғары квалификациялы белгестәр, үҙ эштәренең оҫталары. Ҡайһы бер белгестәрҙең балалары ла атайҙарының юлынан китеүе һөйөнөслө. Мәҫәлән, Рим - Фәнүр Хөсәйеновтың улы - үҙе өсөн ҡыҙыҡлы һөнәрҙе үҙләштереп, бына биш йыл инде подстанция ҡорамалдарын йүнәтеүсе булып эшләй.

Шулай уҡ Ринат - Рим Фәрхшатовтың улы, атаһы кеүек үк, водитель һөнәрен үҙләштереп, биш йыл оператив бригада водителе булып эшләй. Йәш егеттәрҙең үҙҙәренә һәм тотош йәмғиәткә кәрәкле һәм файҙалы яратҡан эш табыуҙары ниндәй һәйбәт. Һәм бына ошондай энергетик-ғаиләләр йылдыңйылында күбәйә. Барлыҡ ветерандарҙы һәм әле эшләп йөрөгән белгестәрҙе Энергетиктар көнө менән ихлас күңелдән ҡотлап, ныҡлы сәләмәтлек һәм эштәрендә уңыштар теләйем.

Рәфҡәт БАСИРОВ, район энергетикаһы ветераны.
Читайте нас: