Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Декабрь 2017, 11:45

Хеҙмәттәр сифаты баһаланды

2017 йылда социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә хеҙмәттәр сифатын ирекле баһалау процедураһы тамамланды. Уның һөҙөмтәләре дәүләт (муниципаль) учреждениелар тураһында мәғлүмәт урынлаштырыу өсөн http://bus.gov. ru/pub/independentRating/list рәсми сайтында ҡуйылды.

Хеҙмәттәр сифатын ирекле баһалау учреждениелар эшмәкәрлегенең асыҡлығын тәьмин итергә, граждандарға ошо учреждениелар тарафынан күрһәтелгән хеҙмәттәр кимәле тураһында мәғлүмәт биреү, шулай уҡ уларҙың эш сифатын яҡшыртыуға саҡырылған. БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ҡарары менән 2017 йылда хеҙмәттәр сифатын ирекле баһалау өсөн 69 социаль хеҙмәтләндереү ойошмаһы һайланды. Шуларҙың 59ы - социаль хеҙмәттәр күрһәтеүгә субсидия алған дәүләттеке булмаған социаль йүнәлештәге коммерция булмаған ойошмалар, 10ы - дәүләт социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары. Шулай итеп, өс йыл эсендә социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларының күрһәткән хеҙмәттәр сифатын ирекле баһалау 100% тәшкил иткән. Социаль хеҙмәттәр алыусылар ойошма тураһында мәғлүмәттең асыҡ һәм ҡулай булыуын, күрһәтелгән хеҙмәт шарттарының уңайлылығын, күрһәтелгән хеҙмәттәрҙе көтөү ваҡытын, ойошма хеҙмәткәрҙәренең изгелекле мөнәсәбәтен, әҙәплелеген һәм компетенлылығын, күрһәтелгән хеҙмәттәр сифаты менән ҡәнәғәт булыу-булмауҙарын баһаланы. Әлеге мәлдә социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары хеҙмәттәр сифатын ирекле баһалау һөҙөмтәһен тикшереү нигеҙендә эшләнгән учреждениеларҙың эш сифатын яҡшыртыу буйынса саралар планын тормошҡа ашыра башланы.

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат-хеҙмәте.


Читайте нас: