Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Декабрь 2017, 11:22

Байрам менән һеҙҙе!

Хөрмәтле Рәсәй Федерацияһы Стәрлебаш районы Пенсия фонды идаралығы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Пенсия фондының төп маҡсаты – халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү, йәғни пенсия, социаль түләүҙәр менән тәьмин итеү. Ошо йүнәлештә эшләгән Пенсия фонды идаралығы хеҙмәткәрҙәре бөгөн һөнәри байрамдарын билдәләй.
Һеҙҙең тырыш хеҙмәтегеҙ социаль яҡтан әһәмиәтле һәм бик мөһим. Бөгөн Пенсия фонды кеше тыуғандан алып вафат булғанға тиклем мөрәжәғәт итә торған урын, тип иҫәпләнә. Сөнки сабый донъяға килгәндә әсәлек (ғаилә) капиталы юллана, кешене һуңғы юлға оҙатҡанда ла ерләү аҡсаһы ошо фондтан бирелә. Идаралыҡ көнөнә генә бер нисә тиҫтә кешене хеҙмәтләндерә.
Халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшләү – ошо тармаҡ хеҙмәткәрҙәренән эштәренә ҡарата яуаплылыҡ, һәр кем менән яҡшы мөнәсәбәттә булыуҙы талап итә. Һеҙҙең бурыс – халыҡты пенсия һәм төрлө социаль түләүҙәр менән тәьмин итеү.
Пенсия фонды идаралығы коллективын һөнәри байрамдары уңайынан ихлас күңелдән ҡотлап, еңел булмаған эштәрендә уңыштар, ғаилә именлеге, сәләмәтлек теләйбеҙ.
Ф.З.ТУҠТАРОВ,
Стәрлебаш районы муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: