Объектты файҙаланыуға тапшырыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, «Газпром» акционерҙар йәмғиәтенең идара рәйесе урынбаҫары Валерий Голубев һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты. Хөкүмәт рәйесе эш сәфәре барышында ҡаланың социаль өлкәләге эшмәкәрлеген дә ҡараны.
“Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәте быға тиклем дә Рәсәйҙә нефтте эшкәртеү өлкәһендәге иң эре предприятиеларҙың береһе булып иҫәпләнә ине. Хәҙер уның мөмкинлектәре, ҡеүәте тағы ла киңәйҙе. Беҙҙең ҡала йәмғиәтендә илебеҙҙә иң ҙур һәм алдынғы технологиялар нигеҙендә эшләүсе акрил кислотаһы производствоһы сафҡа инде. Быға тиклем акрилаттар Рәсәйҙә тик бер генә ерҙә - Нижегородка өлкәһенең Дзержинск ҡалаһында етештерелә ине. Уның ҡеүәте ҙур түгел, йылына 35 мең тонна. Шуға күрә Рәсәй етештереүселәре акрил продукцияһын күбеһенсә сит илдән һатып алды. Салауат ҡалаһында акрил кислотаһы заводы асылыу менән илдәге ихтыяжды тулыһынса ҡаплау һәм уның продукцияһын экспортҡа ебәреү мөмкинлеге тыуа. Беҙҙең ҡала заводы йылына акрил кислотаһын 80 мең тонна күләмендә етештереүгә иҫәпләнгән. Проектҡа һалынған инвестициялар күләме 39 млрд һум. Акрил кислотаһы, төҙөлөш буяуҙары, памперстар, шәхси гигиена һәм йыуыныу әйберҙәре киң ҡулланыу табасағында шик юҡ.
Акрил кислотаһы заводын тантаналы асҡанда респуб-лика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов уның илебеҙҙең сәнәғәт өлкәһендәге ҙур әһәмиәтен билдәләне.
- Был заводты асыу Рәсәйҙә тауар импортын алыштырыу сәйәсәтендә ҙур аҙым. Акрил кислотаһын етештереү республика сәнәғәтенең конкурентлылыҡҡа һәләтлеген арттыра. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә беҙҙә инновацион үҫеш кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Яңы завод юғары технологиялар нигеҙендә төҙөүе менән ошо талапҡа яуап бирә. Производствоның тирә-яҡ мөхиткә тәьҫире салауаттарҙы бик борсой ине. Был йүнәлешкә лә ҙур иғтибар бүленгән, - тине Рөстәм Хәбиб улы.
«Газпром» акционерҙар йәмғиәтенең идара рәйесе урынбаҫары Валерий Голубев “Газпром нефтехим Сала-уат”тың Әстерхан, Ырымбур, Сорғот производстволарының сеймалын эшкәртеүҙә ҙур урын алып тороуы тураһында әйтте.
- Бөгөн ҡала, республика һәм дөйөм илебеҙ өсөн әһәмиәтле көн. Сөнки Рәсәй етештереүселәре үҙебеҙҙең ил продукцияһын етерлек күләмдә аласаҡ. Беҙ Рәсәй баҙарындағы акрилат кислотаһына булған ихтыяжды тулыһынса ҡаплай аласаҡбыҙ, - тине ул.
Проект Япония компанияһы технологияларына нигеҙ-ләнеп эшләнгән. Уның вәкиле Масая Номамото заводтың асылыуы менән ҡотлап, ул республика үҫешенә ҙур өлөш индерһен тигән, теләк еткерҙе. Абруйлы ҡунаҡтар “старт” төймәһенә баҫыу менән эстакаданан акрилаттарҙың тәүге партияһы Финляндияға оҙатылды.
Акрил кислотаһы заводының тирә-яҡ мөхиткә зыяны юҡ, тип иҫбатлай белгестәр. Бында экологик яҡтан хәүефһеҙ ҡоролмалар ҡуйылған, ҡалдыҡтар тулыһынса утилләштерелә.
Шуныһы ла мөһим, акрил заводында 300 кешегә яңы эш урыны булдырылған. Киләсәктә етештереү ҡеүәтен тағы ла арттырыу юлы ҡарала. Был хеҙмәткәрҙәр һанын 1000 кешегә еткереүгә булышлыҡ итәсәк.