Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Декабрь 2017, 10:57

Виртуоз музыкант Роберт Заһретдиновҡа үҙе үлгәндән һуң премия бирелде

Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Роберт Заһретдиновҡа үҙе үлгәндән һуң Рәшит Әхтәри исемендәге премия тапшырылды.

Премия яҙыусылар, шағирҙар, журналистар, композиторҙар, фольклорсылар, тарихсылар, рәссамдарҙың йәмәғәтселектә танылыу алған юғары художестволы әҫәрҙәре өсөн тапшырыла. Роберт Заһретдинов ошо премияға лайыҡ булған унынсы кеше.
Премия Мәсетле районында ҡумыҙсының тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһендә ҡыҙы Айһылыу Заһретдиноваға бирелде. Концертҡа уның ижадын хөрмәт итеүселәр, уҡыусылары һәм коллегалары, туғандары һәм дуҫтары, йәмәғәтселек вәкилдәре һәм ауыл халҡы йыйылды.
Сара барышында кисәнең ҡунаҡтары музыканттың тормошо һәм ижады тураһында режиссер Радик Килмәмәтовтың «Виртуоз» документаль фильмын ҡараны. I Республика ҡумыҙсылар конкурсында Гран-при яулған Энгельс Ғәлиәкбәров, Рәшит Әхтәри премияһы лауреаты, тарихсы һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе Марат Ғафаров, тарих һәм тыуған яҡты өйрнеү музейы директоры Нәзирә Әхкәмова ҡумыҙсы менән дуҫлығы, ижади хеҙмәттәшлеге хаҡында бик күп йылы һүҙҙәр әйтте.
Роберт Заһретдинов — Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
"Башинформ".
Читайте нас: