Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Декабрь 2017, 12:33

һынамыштар

- Ҡыш ҡарһыҙ булһа, йәй ярлы була. - Боҙ ҡытыршы булып туңһа, иген уңыр. - Ҡыш йондоҙ баҙыҡ янһа – һыуыҡҡа, тоноҡ янһа, йылыға тарта. - Ҡыш көнө болот юлланып торһа, көн йылыта. - Ҡыш көнө бәҫ күп булһа, бал күп булыр. - Урман елһеҙ шаулаһа, буран сығыр. - Ҡыш һыуыҡ булһа, иген уңыр. - Ҡыш көнө тоҙ еүешләнһә, ҡар яуыр. - Төндә бәҫ төшһә, көндөҙ ҡар яумай. - Мөрйәнән төтөн тура сыҡһа, һыуыҡҡа. - Бүрәнә шартлаһа, көн һыуытыр."Йәшлек" гәзитенән.

Читайте нас: