Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Декабрь 2017, 10:58

Ҡунаҡҡа килеп бүләктәр тапшырҙылар

Беҙ еңел булмаған, ҡатмарлы заманда йәшәйбеҙ, тиҙәр. Эйе, был ысынлап та шулай, әммә, изгелеклек, миһырбанлыҡ, яҡын кешеләреңә иғтибарлы мөнәсәбәттә булыу бөгөн дә кешеләргә хас сифат. Быға беҙ үҙебеҙ даими инанабыҙ.

Шулай итеп, күптән түгел, беҙҙең коррекция мәктәбенә Күндерәк ауыл биләмәһенән делегаттар килде. Ветерандар советы рәйесе Нурия Исмәғилева, Табылды ауыл мәҙәниәт йорто директоры Әлфира Дауытова, «Аҡ инәйҙәр» клубы етәксеһе Люциә Абдрахманова һәм Табылды ауылы старостаһы Тәлғәт Исмәғилев тәрбиәләнеүселәребеҙгә уҡыу кәрәк-яраҡтары һәм спорт туптары бүләк итте. - Балалар ваҡыттарын файҙалы үткәрһендәр. Һүрәт төшөрһөндәр, спорт менән шөғөлләнһендәр, ә беҙҙең бүләктәр уларға ярҙам булһын, - тине улар. Беҙ ҡунаҡтарҙы тәрбиәләнеүселәребеҙ, коллектив, мәктәп менән таныштырҙыҡ. Ҡунаҡтарға балалар белем алған һәм йәшәгән шарттар бик оҡшаны. Беҙ табылдыларға ярҙамдары өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Ҡылған изгелектәре үҙҙәренә меңләтә әйләнеп ҡайтһын.

Дилфүзә ҒӘЙНУЛЛИНА,

коррекция мәктәбенең уҡытыу өлөшө буйынса директор урынбаҫары.


Читайте нас: