Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Декабрь 2017, 17:45

Өфөлә «Башҡортостан гүзәле» матурлыҡ конкурсы еңеүсеһе билдәләнде

Өфөлә «Башҡортостан гүзәле» матурлыҡ конкурсының финалы уҙҙы. Уҙып барған йылдың төп тажы өсөн республиканың төрлө мөйөштәренән килгән 14 сибәркәй көс һынашты. Беренсе урынды Стәрлебаш районынан Гөлгөнә Баһауетдинова яуланы.

Күптән түгел ул «Тамыр» телерадиостудияһы проектында — «Бирешмэ!» сериалында төштө. Еңеүсе аҡ шәшке тун һәм гәүһәр муйынсаҡ, шулай уҡ 2018 йылда «Рәсәй королеваһы International» конкурсының финалында ҡатнашыу өсөн сертификат менән бүләкләнде.
Икенсе урында — Федоровка районынан Зөһрә Иҫәнғолова, өсөнсөлә — Хәйбулла районынан Айгөл Юнысова. Ошо өс ҡыҙ үҙҙәренең һылыулығынан тыш, тамашасыларҙың һорауҙарына яуап биреп, отҡорлоғон да күрһәтте. Бүләк фонды ярты миллион тәшкил итте. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла «килен бирнәһе», матурлыҡ салондарына сертификаттар, милли биҙәүестәр, косметика, сувенирҙар тапшырылды.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, сәхнәгә һәр ҡыҙ сәхнәгә ир туғаны — атаһы, ағаһы (ҡустыһы) йәки тормош иптәше менән сыҡты.
«Атайҙарҙың ҡыҙҙары менән таныштырыу мәле тамашасыларҙы бик тулҡынландырҙы, — тип һөйләне конкурсты ойоштороусы Айгөл Үтәгәнова. — Бағыусыларға арналған йыр ҙа ҡыҙыҡлы булды, унда һәммәһен дә билдәләп үттеләр һәм рәхмәт әйттеләр».
Жюриҙа «Ирәмәл» сауҙа-күңел асыу комплексы директоры урынбаҫары, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, филология фәндәре кандидаты Гөлнур Ҡолһарина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының баш белгесе Марат Ғилманов, «Ретро» клубы идара итеүсеһе Арина Даянова. «Ювелирцентр» директоры Андрей Кузнецов, милли биҙәүестәр студияһы директоры Рушан Вәлиев, «ИстНова» компанияһы директоры Хакан Кырмаджи һәм конкурстың төп мәғлүмәт партнеры — Башҡортостан юлдаш телевидениеһы директоры Шамил Ишемйәров эшләне.
Читайте нас: