Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Декабрь 2017, 10:43

Байрамға әҙерлек эштәре башланды

Бар ерҙә Яңы йыл кәйефе һиҙелә. Стәрлебаш күҙгә күренеп матурлана: магазиндарҙа, өй тәҙрәләрендә гирляндалар балҡый. Иң мөғжизәле байрамдарҙың береһе - Яңы йылды ҡаршылауға әҙерлек эштәре «Ынйы» сауҙа сервис үҙәге алдындағы төп майҙанда ла тулы көскә бара.

Күптән түгел БР «Стәрлетамаҡ урман хужалығы» учреждениеһының Стәрлебаш участкаһы вәкилдәре бында бейек, ҡупшы шыршы ҡуйҙы, уны «Шанс» такси хеҙмәте директоры Рөстәм Ҡадиров бушлай биргән. Хәҙер район үҙәгенең төп шыршыһы эргәһендә ойошмалар һәм предприятиелар коллективтары боҙ ҡаласығы төҙөй. Уҙған йома көндө майҙансыҡты һәм шыршыны боҙ менән уратып алған «Стәрлебаш торлаҡ-коммуналь сервис» МУП хеҙмәткәрҙәрен күрергә мөмкин ине (һүрәттә). Был эштәр өсөн боҙҙо улар үҙ техникаһы менән һабантуй быуаһынан килтерә. «Ике көндә 20 рейс эшләнек, хәҙер төрлө

һындар эшләү өсөн боҙ килтерәсәкбеҙ», - тип һөйләй ошо предприятиеның баш инженеры Илшат Ильясов. Был көндө майҙансыҡта «ГИП-Электро» хеҙмәткәрҙәре лә эшләй ине. Улар үҙәк майҙанды төрлө гирляндалар менән биҙәне. Шыршы эргәһендә ятҡан боҙ киҫәктәре әлегә әкиәт персонаждарына бөтөнләй оҡшамаған. Әммә оҙаҡламай оҫта ҡулдар уларҙы төрлө скульптураларға әүелдерәсәк. Ә балалар өсөн шыуғалаҡтар барлыҡҡа килһә майҙансыҡ һәр ҡайһыбыҙға - кескәйҙәр һәм ололарға Яңы йыл мөғжизәһенә сумып, күңелле һәм әүҙем ял итеү урынына әүереләсәк.

Лиана ЙӘРМИЕВА. Автор фотоһы.


Читайте нас: