Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Декабрь 2017, 11:09

Алма беш, ауыҙыма төш, тип ятмаҫҡа

Башҡортостан Республикаһында 2014 йылдан алып эшләп килгән урындағы инициативаларға ярҙам программаһы ауыл халҡы өсөн көнүҙәк булыуын дәлилләне. Бына өсөнсө йыл рәттән райондың ауыл биләмәләре кисектергеһеҙ хәл ителергә тейешле көнүҙәк проблемаларҙы билдәләп, проекттары конкурс комиссияһын үтһен өсөн күп тырышлыҡ һала. Һәм уңышһыҙ түгел - тыуған ауылдары яҙмышына битараф булмаған ауыл халҡының әүҙем позицияһы ярҙамында пландар тормошҡа ашырыла һәм һөҙөмтәләр ҙә бар.

Ҡарағоштар ҙа был эштән ситтә ҡалманы. Мәҫәлән, 2016 йылда хеҙмәт коллективтары йыйылыштарында һәм халыҡтан анкета тултыртыу ярҙамында ауыл халҡы өсөн ниндәй мәсьәлә көнүҙәк булыуы асыҡланды. Күп проблемалар күтәрелде, әммә бынан 25 йыл элек колхоз көсө менән төҙөлгән ауыл мәҙәниәт йортон ремонтлау иң мөһиме тип ҡарар ителде. Шул уҡ йылда был эш башҡарылды һәм Яңы йылды халыҡ яңыртылған мәҙәниәт йортонда ҡаршы алды. Ағымдағы йылдың 7 декабрендә үткән дөйөм йыйылышта Ҡарағош ауылы халҡы ошо программала тағы ҡатнашырға теләкбелдерҙе. Бында ла халыҡ тарафынан бер нисә көнүҙәк мәсьәлә күтәрелде. Ул Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәргә ҡуйылған һәйкәлде ремонтлау, шишмәләрҙе, юлдарҙы төҙөкләндереү, трактор һатып алыу һ.б. Күпселек халыҡ Ҡыҙыл партизан һәм Һәүбән урамдары юлдарын, Һәүбән урамындағы күперҙе төҙөкләндереү кәрәклеген билдәләне. Билдәләп үтергә кәрәк, программаны тормошҡа ашырыу өсөн район хакимиәте, ауыл

биләмәләре хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре, активистар күп көс һала. Уларҙың иңдәренә аңлатыу, документтар йыйыу эше төшә. Иң мөһиме - халыҡҡа ошо программаның асылын аңлатыу, халыҡтың именлеге өсөн эшләүен төшөндөрөү. Башҡортостанда проектты тормошҡа ашырыуға республика бюджетынан финанслау күләме 1 миллион һумға тиклем тәшкил итә. Шул сумманың күп өлөшө республика Хөкүмәте бюджетынан бүленә, ҡалған сумма бағыусыларҙан, урындағы бюджеттан һәм халыҡтан йыйылырға тейеш. Тәү ҡарашҡа бәләкәй һәм ҙур күренгән, йылдар буйы хәл ителмәгән проблемаларҙы тормошҡа ашырыуҙа был программа ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға күрә, һәр ауыл биләмәһе киләсәктә лә программала әүҙем ҡатнашырға теләк белдерһә, бер кемдең дә отолмауы көн кеүек асыҡ.

Башҡортостан Республикаһында урындағы инициативаларға ярҙам программаһы республика Башлығы һәм Хөкүмәте ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла. Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында ошондай проекттарҙы бойомға ашырған беренсе республика булды, һәм ул юғары һөҙөмтә күрһәтте. Проекттың маҡсаты - халыҡтың көнүҙәк проблемаларын асыҡлау һәм хәл итеү. Ул һыу менән тәьмин итеү, ауыл юлдары, ҙур булмаған күперҙәр, ауыл мәҙәниәт йорттары, яҡтыртыу, төҙөкләндереү, балалар майҙансыҡтары һ.б. кеүек мәсьәләләргә бәйле булыуы мөмкин, ә иң мөһимен ауыл халҡы йыйылыштарҙа шәхсән билдәләй.

Роберт ТУҠТАРОВ, Ҡарағош ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы.
Читайте нас: