Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Декабрь 2017, 14:35

«Ярҙамсыл, тырыш, егәрле», - тиҙәр Ҡабыҡҡыуыштан Йәғәфәровтар ғаиләһе тураһында

Уларҙың ғаилә ҡороуына ун биш йыл. Ошо ваҡыт эсендә улар өй һалған, алты ул үҫтергән, шуларҙың икеһе Фәнирә Муллагәрәй ҡыҙының беренсе никахынан.

Йәғәфәровтарҙың ҙур ғаиләһе
Йәғәфәровтарҙың ҙур ғаиләһе
Беҙ был ғаилә тураһында бик күп изге, матур һүҙҙәр ишеттек - ярҙамсыл, тырыш, балалары ла ата-әсәһенән үрнәк алып үҫә. Юнир Минеғол улы үҙенеке кеүек тәрбиәләп үҫтергән өлкән улдары Алмаз менән Филүс айырым йәшәйҙәр. Алмаздың үҙ ғаиләһе бар. Быйыл өй һала башлағандар. Филүс Себерҙә эшләй, ҡалала фатир һатып алған. Беҙ һөйләшкән арала, малайҙар бер-бер артлы мәктәптән ҡайтты. - Фәнүр техниканы яҡшы белә. Ун өс йәш кенә булһа ла тракторҙа һәйбәт йөрөй. Венер иһә күберәк ижади кеше, ҡурайҙа уйнай. Һәм дүртеһе лә көрәш менән шөғөлләнә, - тип таныштыралар беҙҙе өйҙөң бәләкәй хужалары менән. Фәнирә Муллағәли ҡыҙы 2007 йылда уҡ «Герой-әсә» миҙалына лайыҡ була, уны республика президенты Мортаҙа Рәхимовтың ҡулынан ала. - Ауыл халҡы, айырыуса беҙ, Төбәк урамында йәшәүселәр, уңдыҡ, сөнки йәнәшәбеҙҙә ошондай һәйбәт кешеләр йәшәй. Юнир - хәстәрлекле ғаилә башлығы, ярҙамсыл кеше. Уға һәр ваҡыт ярҙам һорап мөрәжәғәт итәбеҙ. Ул техника менән дә, кәңәштәре менән дә ярҙам итә. Ауыл ошондай кешеләр арҡаһында йәшәй, - ти күршеһе, ауыл старостаһы Мәрғизә Собханғолова (беҙ уны осраҡлы ғына осраттыҡ). - Беҙҙең ауылда ирекле янғын дружинаһы бар. Юниргә бик яуаплы бурыс йөкмәтелгән - ул уның командиры. Уҙған йылда минең хужалыҡта һарай янып китте, Юнир иһә янғын урынына биш минутта килеп етте. Ут һүндерелде һәм башҡа ҡаралтыҡураға күсеп өлгөрмәне. Ул күрше ауылдарға ла янғын һүндерергә бара. Йыйылыштарҙа ауылда янғын һүндереү машинаһы булыу бик мөһим тип әйтәм. Уны ҡарап тотоу өсөн ауыл халҡынан ниндәйҙер сумма йыйырға тура килә, бының менән ҡайһы берәүҙәр килешеп тә бөтмәй инде. Янғын мәлендә һәр секунд ҡәҙерле булыуына шәхсән инандым. Ә район үҙәгенән янғын һүндереү машинаһы килеп етһен өсөн кәмендә ярты сәғәт ваҡыт кәрәк. Өс йыл элек Юнир Минеғол улы ҡулдан МТЗ-80 тракторы һатып алған. - Техника хужалыҡта кәрәк. Бесән мәлендә үҙебеҙ өсөн генә эшләмәйбеҙ, башҡаларға ла - кемгәлер бесән сабырға, кемгәлер йыйырға ярҙамлашабыҙ. Күптән түгел йорт алдында ҙур булмаған пилорама ҡуйҙым. Ҡайһы саҡ таҡта ярҙыртырға һорап киләләр, баш тартмайым. Кем булһа ла ярҙам итер ине инде, сөнки бер ауылда йәшәйбеҙ бит, бер-береңә ярҙамлашып йәшәргә кәрәк, - ти ул тыйнаҡ ҡына. Ҡабыҡҡыуыш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ринат Әхмәтов әйтеүенсә, Юнир Йәғәфәров ауыл хакимиәте менән килешеү төҙөп, үҙенең шәхси тракторында ҡыш буйына ауыл юлдарын ҡарҙан таҙарта. - Күпме ҡар яуһа ла, юлдар һәр ваҡыт таҙартылып, яҡшы торошта булды, - тип билдәләй ул. Бынан тыш, Юнир Йәғәфәров урындағы хакимиәттең ҡаҙанлығында газ операторы булып та эшләй. Йәғәфәровтарҙың хужалыҡ ҡаралтыҡураһы ныҡ, күпләп мал-тыуар аҫрайҙар, был хужаларҙың эшһөйәрлеге тураһында һөйләй. Һыйырҙары икенән дә кәм түгел. - Артҡан һөттө тапшыраһығыҙҙыр, моғайын? - тип һорайым хужабикәнән. - Юҡ, һөт артмай! Һөттө айыртып өлгөрмәйем - малайҙар ҡаймаҡ ярата. Һөттө лә рәхәтләнеп эсәләр. Шулай инде! Бына бит ниндәй батырҙар үҫә! Өсөнсө һыйыр алырға тура килмәһә әле. Күп балалы ғаилә үҙ бәхетен үҙе төҙөй. Улар үҙҙәренә генә иҫәп тотоп өйрәнгән. Бөтә ғаиләһе менән йорт хужалығы менән мәшғүл, йәйен мәшәҡәттәр һанап бөткөһөҙ. Балалар - ата-әсәһенең беренсе ярҙамсыһы. Улар бала саҡтан уҡ эшкә өйрәнгән, үҙ-ара ла дуҫ һәм берҙәм, бер-береһенә, ата-әсәһенә һәр ваҡыт ярҙамлашып йәшәй. Улар ғаиләнең һәр кеше өсөн мөһим һәм уның ғүмер буйына терәк булыуын яҡшы аңлай.

Фаягөл ЙОСОПОВА.
А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.

Читайте нас: