Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Декабрь 2017, 16:39

Көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде

Уҙған аҙнала ямғырсылар ауыл биләмәһе Советының сираттағы ултырышын үткәрҙе. Ауыл халҡының тормошона туранан-тура ҡағылышлы мәсьәләләр киң һәм көнүҙәк булды. Ауыл халҡының проблемалары һөҙөмтәле кимәлдә хәл ителергә тейеш, тип билдәләне йыйылыусылар, әммә уларҙың үҙҙәренең ҡатнашлығынан, ярҙамынан һәм аңлауынан тыш, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һөҙөмтәләргә ирешеп булмай.

Ултырыш эшендә ауыл биләмәһе халҡы һәм депутаттарҙан тыш, район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары В.Ғ.Шәрипова, район Советы депутаты И.Р.Ғәскәров, ауыл старосталары, Ямғырсы ауылы мәсете имам-хатибы И.М.Фәхриев ҡатнашты. Көн тәртибенә биш мәсьәлә ҡуйылды. Саҡырылған ҡунаҡтар - Венера Ғәйнулла ҡыҙы һәм Илдар Рим улы балалар һәм йәштәр араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы һәм енәйәттәрҙе профилактикалау, ағымдағы йылдың ун айында райондың социаль-иҡтисади хәл-торошо тураһында ентекле һөйләне. Ямғырсы ауыл биләмәһе территорияһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү һәм енәйәтселеккә ҡаршы көрәш тураһында ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы И.Ф.Саҙриева сығыш яһаны. Хоҡуҡ боҙоуҙар һәм енәйәттәрҙең күбеһе граждандар тарафынан алкоголь

тәҫирендә ҡылынған. Профилактик саралар үткәрелә, эскелеккә ҡаршы көрәш буйынса комиссия ултырыштарында имен булмаған ғаиләләрҙең төрлө мәсьәләләре һәм проблемалары тикшерелә, әммә вайымһыҙ кешеләр үҙҙәре аҡылға ултырмаһа, бер

нимә лә ярҙам итмәйәсәк. Ауылдарҙа тәүлек әйләнәһенә законһыҙ рәүештә алкоголь эсемлектәрен һатыу - енәйәт ҡылыуға булышлыҡ иткән сәбәптәрҙең береһе булып тора. Ҡайһы бер граждандар байтаҡ йылдар дауамында спиртлы продукция һатыу менән шөғөлләнә. Был йүнәлештә эште көсәйтергә кәрәк, өҫтәүенә, быйыл легаль булмаған алкоголгә ҡаршы көрәш саралары буйынса яуаплылыҡ арттырылды. Ирекле халыҡ дружиналары эшен тергеҙеү, ойошмалар булдырыу, уҡыуҙан буш ваҡытта балаларҙың һәм йәштәрҙең мәшғүллегенә йүнәлтелгән эшкә иғтибарҙы арттырыу, уларҙың ялын тәьмин итеү, волейбол секцияларының эшен йәнә ойоштороу буйынса тәҡдимдәр булды. Шулай уҡ Илһөйәр Фоат ҡыҙы ауыл биләмәһенең урындағы инициативаларға ярҙам программаһында ҡатнашыуы тураһында һөйләне. Мәҫәлән, был программа буйынса 2016 йылда Ямғырсы төп мәктәбендә йылы бәҙрәф ҡуйылған. 2018 йылда программала ҡатнашыу тәҡдиме берҙәм тауыш менән хупланды. Имам-хатип Иҙрис Фәхриев йыйылыусыларҙы көнүҙәк проблемаларҙы тикшереү һәм билдәләүҙә әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы һәм урындағы инициативаларға ярҙам программаһы даирәһендә Ямғырсы ауылы зыяратын төҙөкләндереү буйынса үҙ тәҡдимен индерҙе. Сессия аҙағында тикшерелгән мәсьәләләр буйынса ҡарарҙар ҡабул ителде.

Ямғырсы ауыл биләмәһе территорияһында 1189 кеше йәшәй, шуларҙың 18 йәшкә тиклеме - 221. Өс мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, бер мәктәп эшләй. Күп балалы ғаиләләр - 16. Ете ғаиләлә һигеҙ бала опекаға алынған. Тормошта ауыр хәлдә ҡалған биш ғаилә ауыл биләмәһенең ведомство-ара иҫәбендә тора.

Үҙ хәбәрсебеҙ.


Читайте нас: