Бөтнөк (мята) менән сәй ҡышҡы һыуыҡтарҙа йылынырға, көс алыр- ға һәм йоҡоһоҙлоҡтан ярҙам итә. Унда булған В12, А һәм С витаминдары һалҡын тейеүҙән һәм йүтәлдән дауаланғанда алыштырғыһыҙ сара. Бөтнөк япрағынан сәйҙе үҙ аллы ла, шулай уҡ ҡара һәм йәшел сәй ҡушып та әҙерләргә мөмкин.
Аҡ сәскә ҡушып әҙерләнгән сәй нервы системаһын тынысландыра, ашҡаҙан ауыртыуын баҫа. Тамаҡ ауыртҡанда уны көнөнә ике-өс тап-ҡыр эсергә кәрәк, сөнки бындай сәй организмдың һыуыҡ тейеүгә ҡаршы тороусанлығын арттыра.
Алма һәм дәрсен (корица) ҡушып әҙерләнгән сәй иммунитетлы эсемлек тип әйтергә була. Дәрсен өшөгән организмға һанаулы минут эсендә йылынырға ярҙам итә, ә алма баш мейеһе күҙәнәктәрен кислород менән тәьмин итә. Бындай сәй холестерин кимәлен кәметә һәм ҡанда глюкозаны нормаға килтерә.
Лимон һәм имбир менән сәй ҡышҡы һыуыҡтарҙан ҡотҡарыусы сара. Бындай сәй йылынырға, иммунитетты нығытырға, һалҡын тейеүҙән һаҡланырға ярҙам итә. Имбирҙе ҡайнаған һыуҙа бешерергә, 10 минут тоторға, аҙаҡтан лимон киҫәге һалырға кәрәк. Тәмлерәк булһын өсөн шәкәр йәки бал ҡушырға мөмкин.
Ҡурай еләгенән сәйҙе киптерелгән емештәрҙән дә, уның япраҡтарынан да, хатта ботаҡтарынан да әҙерләргә була. Туңдырылған еләктән дә сәй әҙерләргә мөмкин.
Кесерткән япраҡтарынан сәй ҡышын бигерәк тә файҙалы. Ул витаминдарға, калий, кальций, магний һәм тимергә бай. Уны йөклө һәм бала имеҙеүсе ҡатындар ҙа эсә ала.
Һырғанаҡ – витаминдар хазинаһы. Ә унан сәй – депрессияға һәм елһенеүгә ҡаршы иң яҡшы сара. 150 грамм һырғанаҡты яҡшылап йыуырға һәм өстән ике өлөшөн иҙергә кәрәк. Сәйнүккә һырғанаҡ иҙмәһен, ҡалған еләкте һәм сәй һалалар, артабан ҡайнаған һыу өҫтәп, 10-15 минутҡа төрөп ҡуялар. Әҙер сәйҙе иләк аша яһайҙар, бал өҫтәргә мөмкин.
Сәй тураһында ҡыҙыҡлы факттар
* Йәшел һәм ҡара сәйҙе бер үк сәй ағасынан әҙерләйҙәр. Бөтә айырма сәй япраҡтарын эшкәртеүҙә генә. Ҡара сәй әҙерләгәндә йыйылған йәшел япраҡтарҙы киптерәләр, артабан уларҙы махсус машиналар ярҙамында йомарлайҙар, бынан һуң япраҡтар туҡымаһы иҙелә, һөҙөмтәлә япраҡтарҙа ҡара сәйгә үҙенсәлекле тәм биреүсе теафлавиндар һәм теарубигиндар барлыҡҡа килә. Ә йәшел сәй әҙерләгәндә япраҡтарҙы киптерәләр генә.
* Йәшел сәйҙә ҡараһына ҡарағанда С витамины 50 процентҡа күберәк.
* Сәй – донъяла һыуҙан һуң иң күп файҙаланылған эсемлек.
* Сәй Рәсәйҙә 1638 йылда барлыҡҡа килә: батша Михаил Федоровичҡа Алтынхан бүләктәр ебәрә. Киң билдәле монголдар атласы һәм мехтары араһында кипкән япраҡтар һалынған төргәк тә була.
Нисек кенә булмаһын, сәй – Ер йөҙөндәге шифалы эсемлектәрҙең береһе, уның ҡараһы ла, йәшеле лә, ҡыҙылы ла файҙалы.
Бер сынаяҡ сәй ҙә физик һәм аҡыл эшмәкәрлеген күтәрә, арығанлыҡты бөтөрә, майҙарҙың бүленеп сығыу барышын тиҙләтә, матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Барыһына ла ундағы кофеин сәбәпсе. Микроэлементтар комплексы (калий, фосфор, тимер, марганец, барий, йод, никель, бор, баҡыр) матдәләр алмашыныуын көйләй, организмдағы күп кенә процестарға яҡшы тәьҫир итә. Мәҫәлән, калий йөрәк эшмәкәрлеге өсөн фай-ҙалы булһа, фтор тештәрҙе кариестан һаҡлай, йод – склерозға ҡаршы тәьҫирле мөһим элемент.
Катехиндар – сәйҙәге иң ҡиммәтле, көслө биоактив берләшмәләр. Улар ҡан тамырҙары тышлыҡсаһын һығылмалы итә, капиллярҙарҙы нығыта, атеросклероз үҫешен тотҡарлай. Өҫтәүенә онкологик сир хәүефен кәметә. Санкт-Петербург дәүләт университетында үткәрелгән тикшеренеүҙәр катехиндарҙың ДНК күҙәнәктәрен радиациянан һаҡлауын асыҡлаған.
ҡара – йөрәк-ҡан тамыры системаһын яҡшырта;
йәшел – ҡанда шәкәр кимәлен һаҡлай;
мате – сәләмәтлекте нығыта, көс бирә;
пуэр – аш һеңдереү процесын нормалләштерә, кәйефте күтәрә;
улун – ябығыуҙа ярҙам итә;
ҡыҙыл – һыуһынды ҡандыра, иммунитетты нығыта;
аҡ – тирелә ҡартайыу процесын яйлата;
һары – депрессияға ҡаршы көрәшә, аҡыл эшмәкәрлеген йәнләндерә.
Ғалимдар фекеренсә, сәйҙәр араһында шифалылығы буйынса “чемпион”ды билдәләү мөмкин түгел. Иң мөһиме – уны әҙерләгәндә эсемлектең файҙалы үҙенсәлектәрен һаҡлау.
"Мәсетле тормошо" гәзитенән.