Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Декабрь 2017, 12:15

Берҙәм эш һиҙелерлек һөҙөмтә бирә

Ғаилә менән бәйләнешлек итеү - мәктәп эшендә көнүҙәк һәм мөһим бурыстарҙың береһе. Тәрбиә, әҙәп-әхлаҡ ҡанундары бала күңеленә тик ғаиләлә һалына. Һәр уҡытыусы уҡыусыһының ата-әсәһе менән һәйбәт мөнәсәбәт булдырыу мөһим булыуын яҡшы белә. Уҡыуҙа һәм тәрбиә биреүҙә уңыш тап ошоға бәйле тип уйлайым.

Төп ҡағиҙәләрҙе һәм уҡытыусының талаптарын белгән ата-әсәләргә балаларын контролдә тотоу күпкә еңелерәк, шуға ла уҡыу йылы башында беҙ ата-әсәләр йыйылышы үткәреп, уларға кәрәкле мәғлүмәтте еткерәбеҙ. Ә һәр уҡыу йылы алдынан беҙҙә беренсе класҡа киләсәк уҡыусыларҙың ата-әсәләре менән осрашыу үткәрелә. 1 сентябрь көндө тантаналы саранан һуң бөтә кластарҙа ла әңгәмәләр үтә. Беренсе семестр тамамланғандан һуң ата-әсәләр балаларының уҡыуҙа һәм тәрбиә алыуҙа ыңғай һәм кире яҡтарын белһен өсөн йәнә ата-әсәләр йыйылышы үткәрәбеҙ. Әгәр ниндәйҙер проблемалар барлыҡҡа килһә, уларҙы бергә хәл итергә тырышабыҙ. Ғаиләлә тәрбиә биреү функциялары мәктәптә уҡытыу-тәрбиә биреү процесы, бурыстары, принциптары һәм йөкмәткеһенән айырылғыһыҙ. Бала күп ваҡытын мәктәптә үткәрә, шуға ла ата-әсәләргә балаларҙы уҡытыу шарттарын, шулай уҡ уның кем менән аралашыуын һәм дуҫлашыуын белеү зарур. Класс эшендә әүҙем ҡатнашып, ата-әсәләр коллективтың үҫешенә һәм берләшеүенә

булышлыҡ итә. Шуға ла беҙҙең мәктәптә быға ҙур иғтибар бирелә. Уҡыу йылы барышында ҡыҙҙар һәм малайҙар менән күп конкурстарҙа ҡатнашабыҙ һәм призлы урындар яулайбыҙ. Уҙған йылда, мәҫәлән, ил һәм республиканың дәүләт символдарын белеүгә район конкурсында Алина Ширғазина (4 класс уҡыусыһы) һәм Тимур Сәғҙәтгәрәев (1 класс уҡысыһы) икенсе урын яуланы. Балалар экскурсияға йөрөргә ярата. Атаәсәләр был йәһәттән беҙгә ҙур ярҙам күрһәтә. Уларҙың ярҙамы менән бер нисә тапҡыр Өфөгә циркҡа, Стәрлетамаҡҡа Гагарин паркына, төрлө музейҙарға һ.б. барҙыҡ. «Күңелле старттар», «Атай, әсәй һәм мин», «Джунгли саҡыра!» һ.б. кеүек төрлө байрамдарҙы атаәсәләр менән үткәреү күптәнге традицияға әүерелде. Был балала ғаиләһе өсөн ғорурлыҡ хисе уята. Уҙған уҡыу йылында башланғыс класс уҡыусыларының ата-әсәләре менән 23 февралгә бағышланған сара үткәрҙек (һүрәттә). Байрамға бөтә атайҙарҙың да килеүе һөйөндөрҙө. Балаларға улар менән бергә йүгереү, һикереү, төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу ҡыҙыҡлы булды. Атайҙары ярышҡанда уларҙың борсолоуҙарын һәм уңыштары өсөн шатлыҡтарынан сәпәкәй сабыуҙарын күрһәгеҙ икән. Был саранан һуң 8 Мартҡа әсәйҙәрҙе лә саҡырырға булдыҡ. Был байрам да күңелле үтте. Әгәр бергәләп ниәтләһәң, маҡсат ҡуйып, күмәкләп эш итһәң, балаларҙың, ата-әсәләрҙең һәм педагогтың эшмәкәрлеге уңышлы буласаҡ. Шулай итеп, хеҙмәттәшлек мөнәсәбәттәрен булдырыу өсөн класс коллективын ҙур

ғаилә кеүек бер бөтөн итеп күҙ алдына килтереү мөһим. Педагог, ата-әсәләр һәм балаларҙың берҙәм эшмәкәрлеге ойошторолһа, ул берләшеп ҡыҙыҡлы тормош менән йәшәй. Традицияға ярашлы, һәр уҡыу йылы аҙағында йомғаҡ яһайбыҙ, ниндәй эштәр башҡарылған, ә нимә өҫтөндә эшләргә кәрәклеген анализлайбыҙ. Ата-әсәләр йылдың-йылында кластың дуҫыраҡ, атаәсәләр коллективының да берҙәмерәк булыуын күрә. Был беҙҙең дөйөм хеҙмәт.

Зөлфиә ФӘХРИЕВА, Ямғырсы төп мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы. Автор фотоһы.



Читайте нас: