Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Декабрь 2017, 13:00

Эш биреүсегә лә, буласаҡ пенсионерға ла уңайлы!

Эшләп йөрөгән граждандарға уңайлы булһын һәм республика ойошмалары һәм предприятиелары хеҙмәткәрҙәренә ваҡытында пенсия тәғәйенләү өсөн Пенсия фонды идаралыҡтары тарафынан райондарҙа һәм ҡалаларҙа эш биреүселәр менән электрон рәүештә үҙ-ара бәйләнешлек итеү тураһында килешеү төҙөү буйынса эш алып барыла.

Кадрҙар хеҙмәттәренә киләһе 12 айҙа хаҡлы ялға сығырға тейешле хеҙмәткәрҙәргә пенсия тәғәйенләү өсөн кәрәкле документтарҙың электрон өлгөләрен ваҡытынан алда тапшырыу - килешеү нигеҙе булып тора. Мәғлүмәт һаҡланған элемтә каналдары буйынса буласаҡ пенсионерҙың ҡатнашлығынан тыш тапшырыла. Республиканың 26400 эре эш биреүсеһе менән ошондай килешеүҙәр төҙөлгән дә инде. 2011 йылдан алып Пенсия фонды идаралыҡтары һәм республиканың архив учреждениелары араһында электрон документ әйләнеше эшләй. Стажды һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе дәлилләү зарурлығы булған осраҡта Пенсия фонды идаралығы белгестәре граждандарға архив учреждениеларға запростар ебәреү йәһәтенән ярҙам күрһәтә. Рәсәй Пенсия фонды идаралығы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, электрон документ әйләнеше буйынса яңы йүнәлеш арҡаһында, эш биреүселәр кадрҙар хеҙмәте белгестәренең дә, буласаҡ пенсионерҙарҙың да ваҡытын экономиялай. Буласаҡ пенсионерға был осраҡта пенсия йәше етеүгә бер ай алдан Пенсия фонды идаралығына үҙенә уңайлы ысул менән: шәхсән; электрон рәүештә Пенсия фонды сайтында гражданиндың шәхси кабинеты; ғариза тапшырыусының яҙма килешеүе менән эш биреүсе; күп функциялы үҙәк; законлы вәкил (ышаныслы кеше); почта аша пенсия тәғәйенләү тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Рәсәй Пенсия фонды БР буйынса идаралығының матбуғат-хеҙмәте.
Читайте нас: