Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Декабрь 2017, 13:13

Республика рәссамдары ижады юғары баһаланды

Тирә-яҡтағы донъя һоҡланғыс. Әммә был матурлыҡты күрә белеү генә аҙ. Күңел түренә үтеп инеп, иң нескә ҡылдарын сиртһен өсөн уны тойорға ла кәрәк. Рәссамдар - үҙенсәлекле кешеләр, улар матурлыҡты күрә белеүҙән тыш, уны төшөрөп, тирә-яҡтағыларға еткерә. Был һәләт бөтәһенә лә бирелмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ рәссамдарҙы ла, уларҙың эштәрен дә бик аҙ беләбеҙ.

Сәхнәлә «Йәш йөрәктәр»  һәм «Фламинго-дубль» ансамблдәре
Сәхнәлә «Йәш йөрәктәр» һәм «Фламинго-дубль» ансамблдәре
Яҡташыбыҙ, «Уфаоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең нефть эшкәртеү заводының генераль директоры урынбаҫары Наил Мәхмүтов ярҙамы менән республикала «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» киң күләмле проекты башланды. Уҙған шәмбе көндө республика рәссамдарын стәрлебаштар ҙа хупланы. Был көндө район Мәҙәниәт йортонда район халҡы һәм мәктәп уҡыусылары ошо проектта ҡатнашҡан районыбыҙҙан сыҡҡан рәссамдар менән осрашып, танышты. Район Мәҙәниәт йорто фойеһында күргәҙмә ойошторолдо, бында Миләүшә Ғатауллина (Ҡарағош ауылында тыуып үҫкән), Марина Тарасова (Стәрлебаш), әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәгән һәм донъя кимәлендә танылыу яулаған билдәле рәссам Рушания Бәҙретдинованың (Йәшергән) эштәре, шулай уҡ стәрлебашлы Рәфҡәт Фәйрузов һәм Балалар ижад йортонда, Балалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнгән уҡыусыларҙың картиналары күрһәтелде. Килеүселәр уларҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны һәм баһаланы. Артабан республика рәссамдарын хуплап, район Мәҙәниәт йортоноң мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ойошторған тамашалы концерт булды. Унда Мәҙәниәт йортоноң ғына түгел, Балалар ижад йорто һәм Балалар сәнғәт мәктәбенең үҙешмәкәр артистары ла сығыш яһаны. Бында ҡәҙерле ҡунаҡтар: проект авторы Наил Мәхмүтов һәм Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин да килде. Йыйылыусыларҙы сәләмләп, район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров әүҙем тормош позицияһы һәм сәнғәткә ярҙам күрһәткәндәре өсөн Рәмзил Ишһаринға, Наил Мәхмүтовҡа һәм Рушания Бәҙретдиноваға муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы. Ә Рәмзил Ишһарин, үҙ сиратында, урындағы рәссам Рәфҡәт Фәйрузовҡа, Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Гөлдәр Ҡаҙаҡбаеваға һәм Балалар ижад йорто директоры Эльза Мәсәлимоваға РФ Дәүләт Думаһының Рәхмәт хатын тапшырҙы. - Стәрлебаш ере талантлы кешеләргә бай. «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» проектында өс яҡташыбыҙ ҡатнашыуы ла бик күп нимә тураһында һөйләй, - тип билдәләне сығышында Наил Мәхмүтов. Проектты булдырыу идеяһы ҡайҙан барлыҡҡа килеүе, көн һайын ул популярлыҡ яулауы тураһында һөйләп, Наил Мәжит улы йыйылыусыларҙы яҡташтарыбыҙ - стәрлебаштар өсөн әүҙем тауыш бирергә саҡырҙы. Рәссамдар Рушания Бәҙретдинова (һүрәттә) һәм Марина Тарасовалар ижади пландары, нисек картиналары булдырылыуы тураһында уртаҡлашты. Һәм был ғына түгел. Улар тамашасыларға көтөлмәгән бүләк яһаны. Рушания милли костюм кейеп, башҡорт халыҡ бейеүен, ә Марина әхирәте менән дәртле латин-америка бейеүен башҡарҙы. Ысынлап та, талантлы кеше һәр йәһәттән талантлы! Урындағы артистар ҙа һәйбәт сығыш яһаны. Регина Әхмәрова, Илдар Баһауетдинов, Евгения Хөсәйенова, Әлмира Ибраһимова, Рөстәм Ғәлиев, «Фламинго-дубль» өлгөлө спорт бейеүе ансамбле, «Ялҡынлы йөрәк» бейеү коллективы, «Йәш йөрәктәр» вокаль ансамбле тамашасыларға бихисап ыңғай тәьҫораттар бүләк итте. Концерт аҙағында байрам ҡунағы, билдәле бард, Грушин һәм Ильмен фестивалдәре лауреаты Рәмил Бәҙәмшин сығыш яһаны һәм тамашасылар уны ҡайнар алҡышланы. Бер һүҙ менән әйткәндә, байрам матур үтте. Башҡа фотоһүрәттәр гәзиттең http://rbsmi.ru/sterlibashevskierodniki/ сайтында.

***

Хөрмәтле стәрлебаштар! «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» проекты декабрь аҙағына тиклем дауам итә. Әйҙәгеҙ талантлы яҡташтарыбыҙ Миләүшә Ғатауллина, Марина Тарасова һәм Рушания Бәҙретдиноваларҙы хуплап, уларҙың эштәре өсөн тауыш бирәйек. Уларҙың исемдәре киң танылыу яулаһын. Быны artrb.ru сайтында эшләргә мөмкин.

Рәйсә МУСИНА. Фото район Мәҙәниәт йорто сайтынан алынды.
Читайте нас: