Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Декабрь 2017, 18:05

Уның ижады - халҡы йөрәгендә

Етмешенсе йылдарҙа район гәзите редакцияһы элекке «Стәрле» колхозы идаралығы бинаһының икенсе ҡатында бер бүлмәне биләй ине (хәҙер был бина «Бобер» һунарсылыҡ хужалығыныҡы). Бында мөхәррир урынбаҫары һәм ауыл хужалығы бүлеге мөдире Рафиҡ Ниғмәтуллин, хаттар бүлеге (социаль тормош) мөдире Таһир Сәлимов, ике әҙәби хеҙмәткәр - Роза Әхмәрова һәм ошо юлдар авторы эшләне. Йыш ҡына беҙгә «Кызыл таң» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Мариус Мәҡсүтов инеп сыға торғайны. Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй, ә бында ҡайһы саҡ эш буйынса, ә ҡайһы мәл дуҫтарының хәлен белергә килә ине. Ул килеп инеү менән Роза Солтан ҡыҙы, мөһим эштәре барлығына һылтанып, сығып китә ине. Ә беҙ, ир-егеттәр, ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡорабыҙ. Темалар, әлбиттә, төрлө ине. Яңылыҡтар, гәзит эштәре, көндәлек мәсьәләләр һ.б. Мариус Фәйез улы шаян күңелле, нескә юморлы, тәрән фекер йөрөтөүсән кеше ине, шул уҡ ваҡытта уның менән аралашыуы ла еңел ине. Ул артабан да шундай булып ҡалды. Ғәҙәттә тотанаҡлы мөхәррир Фәйзи Ғүмәров бер ваҡыт: - Бындай кеше менән аралашыуы ла рәхәт, - тип билдәләне. Башҡа стәрлебаштар ҙа шулай тип әйтер ине, минеңсә.

Уның ата-әсәһенә бағышланған күңелгә үтеп инерлек моңһоу шиғырҙары бар. Яҙмыш ҡушыуы буйынса, ул ата-әсәһеҙ үҫә. Уларҙы өләсәһе Минзифа менән олатаһы Сабир Мәҡсүтовтар алмаштыра. Мариус тәүҙә тыуған Ҡарағош ауылында, аҙаҡ Стәрлебашта йәшәй. Юғары әхлаҡлы Мәҡсүтовтар ейәненә һәйбәт тәрбиә биреү өсөн бик күп эшләй. 1-се Стәрлебаш урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Мариус Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының татар бүлегендә уҡыуын дауам итә. 1960 йылда, ҡулына диплом алып, тыуған районына ҡайта. Уны Ҡабыҡҡыуыш ете йыллыҡ мәктәбенә директор итеп ебәрәләр. Ә бер йылдан көтмәгәндә партияның район комитетына, беренсе секретарь Ниғмәт Дәүләтовҡа саҡырталар. - Бына нимә, - ти район етәксеһе. - Һине район комсомол комитетының беренсе секретары вазифаһына тәҡдим итәләр. - Минең өсөн был көтөлмәгән яңылыҡ, - тип яуап бирә Мариус, уңайһыҙланып. - Борсолма, һинең ҡулыңдан килә. Хрущев реформалары башлана. Мәҡсүтов Стәрлетамаҡҡа күсенә, сөнки ике районды берләштерәләр. Вазифаһы - шул уҡ. Ике йылдан Хрущевты вазифаһынан бушаталар. Барыһы ла, шул иҫәптән райондар ҙа, элекке хәленә ҡайта. Ә Мәҡсүтов журналистикаға тартыла. Ленин исемендәге станоктар төҙөү заводының күп тиражлы гәзит мөхәррире булып эшкә урынлаша. «Кызыл таң» республика гәзите менән (татар телендә) штаттан тыш хеҙмәттәшлек итә. Бер ваҡыт 1967 йылда уның Өфөгә килеүен һорайҙар. - Әйҙә, беҙгә үҙ хәбәрсе булып күс, - тип тәҡдим итә мөхәррир Ремель Дашкин. - Һинең зонаңда Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Стәрлетамаҡ һәм тағы ике күрше район буласаҡ. Шулай башлана уның хәбәрсе эше һәм өс тиҫтә йылдан ашыу дауам итә. Әйтергә кәрәк, территория еңел булмай. Стәрлетамаҡ ҡалаһын ғына алып ҡарайыҡ. Был эре сәнәғәт һәм мәҙәниәт үҙәге. Тәүҙә ауырлыҡтар була, әлбиттә, әммә яйлап ҡына эшкә өйрәнә Мәҡсүтов. Гәзиткә яҙырға ҡыҙыҡлы темалар эҙләй (һәм таба). Уның мәҡәләләре юғары баһалана. Мариус Фәйез улы ауылдарға йөрөй. Кешеләргә иғтибарлы, изгелекле ҡарашлы журналист ауыл халҡының көндәлек мәшәҡәттәре, шатлыҡ-ҡыуаныстары, тормоштағы күңелһеҙ осраҡтары (ҡайһыбыҙҙы улар урап үтә?) менән ҡыҙыҡһына. Ябай ауыл халҡы, уның баҫыуҙағы, фермалағы, төҙөлөштәге, учреждениелағы эше, уның ғаиләһе, өйө, мауығыуҙары - бына шундай күренештәр йәлеп итә журналист иғтибарын. 1978 йылда Социалистик Хеҙмәт Геройы Р.Баһауетдинов етәкселек иткән Стәрлетамаҡ районындағы Салауат исемендәге колхоз тураһында ҙур очеркын республика матбуғатында иң яҡшы мәҡәләләренең береһе тип таныйҙар. Беҙҙең район тормошо тураһында ла уның бихисап иҫ киткес мәҡәләләре бар. Стәрлебаштар бөгөн дә был турала онотмай. Ул республика гәзиттәре хәбәрселәре Михаил Агафонов («Советская Башкирия»), Мөхтәр Тимербулатов («Башҡортостан»), Стәрлетамаҡ ҡала һәм район гәзиттәренең билдәле мөхәррирҙәре Һаҙый Арыҫланов һәм Сабир Усмановтар менән дуҫтарса мөнәсәбәттә була. Бер нисә йыл «Кызыл таң» гәзитенең редколлегияһы ағзаһы булыуы уның юғары абруйы тураһында һөйләй. Уға «БАССРҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелә. Бер ваҡыт ул миңә ике шиғыр уҡып күрһәтте лә: - Шунан, нисек? - тип һораны. - Бик яҡшы, - тип яуапланым мин. - Авторы кем? Мариус Фәйез улы яуап бирмәне. Бер ваҡыт КПССтың Башҡортостан Өлкә Комитетының идеология буйынса секретары Т.Ахунйәнов уның менән осрашырға теләй. Әйткәндәй, ул үҙе лә СССР Журналистар Союзы ағзаһы, яҙыусы. - Үт, тартынма, ултыр, - ти секретарь Мәҡсүтовҡа, кабинетына ингәс. Әңгәмә ҡоралар. Таһир Исмәғил улы уның мәҡәләләрен маҡтап үтә. Артабан: - Ә әҙәби ижад менән эштәр нисек? Яҙаһыңмы? - тип һорай. - Әҙ-әҙләп, - тип яуап бирә Мәҡсүтов тыйнаҡ ҡына. - Китап әҙерләйһеңме? - Әлегә юҡ. - Яҙырға кәрәк. Уйлап ҡара. Мариус Фәйез улы, ысынлап та, үҙенең шиғырҙары тураһында бер ваҡытта ла һөйләмәй торғайны. Шул тиклем тыйнаҡ кеше булды. Оло йәштә генә «Көҙгө япраҡтар ялҡыны» һәм «Йырҙарымда ҡалырмын» тип аталған ике ҙур булмаған китап сығарҙы. Ә ике йылдан һуң уның ғүмере өҙөлдө, 62 йәше лә тулмағайны. Шағир яратҡан тыуған ауылында ерләнеп, һуңғы төйәген тапты. Күптәрҙең йөрәгенә ҡәҙерле булған Мариус Фәйез улын ҙурлап, хөрмәтләп һандуғастар һайраны, өлгөрөп килгән тос башаҡтар тын ғына шыбырланы, йылғалар сылтырап аҡты, аҡ ҡайындар бөҙрә толомдары менән һаубуллашып ҡыштырланы. Уның тормош иптәше Зунира Мәжит ҡыҙы 2008 йылда 70 йәшендә яҡты донъя менән хушлашып, Ҡарағош ауылы зыяратында ире эргәһендә ерләнә. 2014 йылда уларҙың балалары - улдары Азат, Алмаз, ҡыҙы Гүзәл - хөрмәт һәм рәхмәт йөҙөнән Мариус Фәйез улының ҙур әҫәрҙәр йыйынтығын «Яҡты эҙ» тип аталған китап итеп Санкт-Петербург ҡалаһында баҫтырып сығара. Биҙәлеше буйынса ғына түгел, уның йөкмәткеһе лә бик шәп. Бында элек донъя күргән ике китабынан, шулай уҡ шағирҙың архивында һаҡланған бихисап шиғырҙар ингән. Барлығы - 300 шиғыр. Ошо урында бер аҙ ситкә тайпылып, шуны әйтеп үтәм. Хәҙер заманалар шундай - ҡайһы бер замандаштарыбыҙ 5-10ар китап сығара, әммә уларҙың күбеһе бер нимә менән дә иҫтә ҡалмай, күңелгә лә ятмай. Ҡуйыртып яҙылған буш һүҙҙәр. Уларҙы исем өсөн генә сығаралар. Бер билдәле әҙәби тәнҡитсе был йәһәттән: ҡыҫыр болоттарҙан да бит ҡайһы саҡ тамсы тамғылай, шағирҙар араһында ла шағирҙәр табылғылай, тип көлөмһөрәп билдәләй. Мариус Фәйез улының бер генә китабы бар. Әммә ундағы һәр шиғыр - ынйы. Ә дөйөм алғанда, был йыйынтыҡты шедевр, әҙәби хазина, уй-фекерҙәр сығанағы тип атарға мөмкин, тип уйлайым. Инеш һүҙҙе уның хеҙмәттәше, «Кызыл таң» гәзитенең Мәләүез ҡалаһындағы элекке үҙ хәбәрсеһе Марис Нәзиров яҙа. Дуҫының тормош, ижади юлы тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлаша. Уның айырыуса журналистикала ижади һәләтен билдәләп, бихисап күңелгә үтеп инерлек йылы һүҙҙәр әйтеп үтә. Ошонда уҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең китапҡа баһаһы бар: «Мариус Мәҡсүтовтың шиғырҙарын уҡығас, еләк йыйған кешенең, көн буйына еләк таба алмай йөрөгәндән һуң, ҡайтып китер алдынан ғына еләкле яланға килеп сыҡҡан кеүек хис иттем үҙемде һәм эсемдән: «Ниһайәт!» - тип ҡуйҙым... Шиғыр һайын шиғыр, уҡыған һәр шиғырҙан йән тетрәп китә, матур-матур уйҙарға һалына, һоҡланыу тойғоһо уяна, үҙеңде бәхетле тойоу хистәре менән уратып алаһың». Китап 15 бүлектән тора. Шиғырҙар төрлө - ҡыҫҡа, уртаса күләмдә. Әммә уларҙың бөтәһе лә еңел уҡыла, күңелгә үтеп инә, яҡты тәьҫораттар уята һәм иҫтә ҡала. Уның теге йәки был мәсьәләләр буйынса фекер йөрөтөүҙәре, иҫ киткес стилдә, тәьҫирле, һоҡланғыс әҙәби оҫталыҡ менән яҙылған шиғырҙары көслө уй-хистәр уята, күңел ҡылдарын сиртә. Һәр ҡайһыһында - тәрән мәғәнә. Билдәле булыуынса, шундай шиғырҙар була, уларҙы уҡығандан һуң күҙгә йәш эркелә. Мәҡсүтовтың да бындай шиғырҙары бар. Нимә тип әйтәһең, оҫта - оҫта инде. Ун тапҡыр уҡыһаң да тағы уҡығы килә. Һәм шул уҡ ваҡытта башҡа билдәле рус, башҡорт, татар шағирҙәре тураһында уйлайһың. Ҙур һүҙ оҫталарын бер нимә берләштерә: уларҙа уҡыусының йөрәген елкендерерлек, күңелен хисләндерерлек тәьҫир итеү көсө бар. Беҙҙең райондан сыҡҡан билдәле әҙәби шәхестәр Әҙхәт Синуғыл, Рауил Шаммас, Фәйзи Ғүмәров, Мәжит Кәримов, Рәлиф Кинйәбаев рәтенә Мариус Мәҡсүтовты ла индерергә мөмкин. Уның ынйылары араһында «Йырҙарымда ҡалырмын» тип аталған бик көслө шиғыры бар. Эйе, шиғырҙарҙа, йырҙарҙа һәм яҡташтары - стәрлебаштарҙың хәтерендә лә ул мәңгелеккә ҡалды.

Мансур ҒИЗЗӘТУЛЛИН.
Читайте нас: