Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Март 2021, 09:10

Йәш шахматсылар һөйөндөрә

Күгәрсен районының Мораҡ ауылында үткән БР Мәктәп уҡыусылары араһында XXIII спартакиада зачетына шахмат буйынса төбәк ярыштарында улар бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.

Беҙҙең райондан Динияр Мөрәсев, Софья Ҡунаҡҡужина, Тимур Хоҙайбирҙин, Денис Шәрипов (һүрәттә) барған ине. Шахмат таҡтаһында команда алыштары йомғаҡтары буйынса һәм шәхси зачетта беҙҙең район командаһы беренсе урын алды. Афарин! Тренер-преподаватель Әмир Ғатауллиндың ҙур хеҙмәте был. Уларға финал ярыштарында уңыштар теләйбеҙ.
Фаягөл Йосопова. Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: