Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Март 2021, 09:15

Көрәшселәр тағы ла еңеү яуланы!

Ҡазан ҡалаһында үҫмерҙәр араһында көрәш буйынса Рәсәй беренселеге үтте. Ярыштар «Аҡ барыҫ» Көрәш һарайында уҙҙы.

Беренселектә өс йәш категорияһына ҡараған 250 спортсы ҡатнашты: 13 - 14 йәшлектәр, 15 - 16 һәм 17 - 18 йәшлектәр. Һәр өс йәш төркөмөнән туғыҙ ауырлыҡ категорияһында Рәсәйҙең 20нән артыҡ төбәгенән көрәшселәр көс һынашты. Стәрлебаштар тағы ла уңыштарға иреште. Был юлы пьедесталдың беренсе баҫҡысына, Рәсәй чемпионы исемен алып, 2 - се Стәрлебаш урта мәктәбе уҡыусыһы, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Илдар Моратовтың тәрбиәләнеүсеһе Аслиддин Отабоев күтәрелде. Шулай уҡ әлеге ярыштарҙа Ирәндек Собханғолов (2 - се урын), Дим Ишембәтов (шулай уҡ көмөш призер), Ринат Аллабирҙин (3 - сө урын) призерҙар булды. Бынан тыш, А.Отабоев, И. Собханғолов, Д.Ишембәтов спорт мастерлығына кандидат разрядын үтәне.
Илдар Моратовтың тағы бер тәрбиәләнеүсеһе Камила Рафиҡова еңеүҙәр яулауын дауам итә. 2001-2003 йылғы үҫмерҙәр араһында билбау көрәше буйынса БР беренселегендә ул икенсе урын алды. Шулай итеп, Камила республиканың йыйылма командаһы составына индерелде.
Фаягөл Йосопова. Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: