Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Март 2021, 09:55

Уҡыуҙа ла, спортта ла һынатмайҙар

Был уҡыусылар беҙҙең мәктәп ғорурлығы, тинеләр беҙгә Йәлембәт мәктәбендә. Риназ Исхаҡов менән Рияз Сәғетдинов (һүрәттә) етенсе класта уҡый. Улар «дүрле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшә.

Риназ әйтеүенсә, уға физика, алгебра, геометрия кеүек фәндәр еңел бирелә. Ошо фәндәрҙән ул бер нисә тапҡыр район олимпиадаларында мәктәп данын яҡлай. Рияз иһә инглиз һәм рус телен үҙ итә. Уҡыуҙан буш ваҡытта үҫмерҙәр көрәш һәм волейбол секцияларына йөрөй. Йәлембәт мәктәбе командаһы һәр ваҡыт район ярыштарында ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Уларҙың бағыусылар бүләк иткән берҙәм формаһы ла бар.
- Спорт беҙгә һаулығыбыҙҙы нығытырға, оҫталыҡ йыйырға ярҙам итә, ә был беҙгә киләсәктә кәрәк буласаҡ. Беҙ аҡыллы кәңәштәре һәм матур уйын үткәргәне өсөн волейбол секцияһы тренеры Наил Шәриповҡа рәхмәтлебеҙ. Наил Ҡасим улы - һәйбәт остаз, - тиҙәр улар.
Барлыҡ ауыл балалары кеүек үк, Риназ менән Рияз ата-әсәһенә йорт эштәрендә ярҙам итәләр. Яҡшы белем, спортта ҡаҙаныштары, һис шикһеҙ, үҫмерҙәргә ҡуйған маҡсаттарына ирешергә ярҙам итер, тип ышанабыҙ.
Р.йәғәфәров фотоһы.
Читайте нас: