Максим Александрович районға килгәс, район хакимиәте башлығы Р.К.Рахманғолов менән осрашты. Әңгәмә барышында улар беҙҙең районда биатлон менән шөғөлләнә башлаусылар өсөн әҙерлек үҙәген булдырыу тураһында килеште. Сөнки һәләтле балаларға спорт карьераһын башлағанда ярҙам күрһәтеү, уларҙың һәләттәрен асыу киләсәктә ҙур уңыштарға ирешергә, оҫталыҡ йыйырға булышлыҡ итә. Билдәләп үтергә кәрәк, стәрлебаштар үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтте: Игнатий Афанасьев менән Тимур Фәхриев биатлон буйынса республиканың йыйылма командаһы составына инде.
«Стәрле» спорт-һауыҡтырыу комплексында булғанда, Максим Чудов саңғы базаһында спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар менән танышты һәм стәрлебаштар был йәһәттән бәхетле - йылы бина ла, һәйбәт саңғы трассаһы ла бар, тип билдәләне. Был йүнәлештә эште дауам итергә кәрәк, әлбиттә, ҙур финанс сығымдар кәрәк булыр, әммә һуңынан беҙ һәйбәт һөҙөмтә аласаҡбыҙ - бөгөн стартҡа баҫҡандар араһында буласаҡ чемпиондар ҙа барҙыр, бәлки, тип өҫтәне ул. Максим Чудов үҙе Өфө районының Михайловка ауылында тыуып үҫкән. Көн дауамында шөғөлләнеү, маҡсатыңа ныҡышмалы барыу тураһында ишетеп кенә белмәй ул. М.Чудов ҙур турнирҙарҙа ҡатнаша, донъя чемпионаттарында, Олимпиада уйындарында титуллы спортсылар менән ярыша. Спорт карьераһын 2013 йылда тамамлай. Хәҙер Башҡортостан Республикаһында Биатлон һәм саңғы федерацияһы рәйесе булып тора.
- Һеҙҙең ауылығыҙҙа спорт менән яратып шөғөлләнеүҙәрен күреү һөйөнөслө. Бөгөнгө ярыш быға асыҡ дәлил. Саңғы спорты менән шөғөлләнеүегеҙ өсөн рәхмәт, был бик шәп. Юғарыға ынтылығыҙ. Еңеүҙәр генә теләйем, кемегеҙҙер берәй ҡасан мотлаҡ Олимпиада миҙалын яулар тип ышанам. Алға барырға, үҫешергә, бының еңел һәм тиҙ булмауын аңларға, һәм шулай ҙа быға ынтылырға кәрәк, - тине ул ярышта ҡатнашыусылар алдында телмәр менән сығыш яһағанда һәм бер нисә спортсыға «ГТО отличие билдәһе» тапшырҙы.
Стәрлебашта билдәле спортсыны белеүселәр һәм уның ярыштарын яратып ҡараусылар байтаҡ булып сыҡты. Билдәле спортсы менән фотоға төшөргә, теләк белдерергә һәм автограф алырға теләүселәр бик күп булды.
Артабан ҡунаҡ иң бәләкәй спортсыларға старт бирҙе. Әйтергә кәрәк, һауа торошо был көндө саңғысылар файҙаһына булманы. Һыуыҡ булманы, иртәнән алып епшек ҡар яуҙы, был спортсыларға ысын һынауға әйләнде. Әммә бөтәһе лә - мәктәп уҡыусылары, хеҙмәт коллективтары һәм ауыл биләмәләренән 200ҙән ашыу кеше үҙ дистанцияһын үтте.Еңеүселәр миҙалдар, Маҡтау грамоталары һәм кубоктар менән бүләкләнде. Ҡатнашыусыларҙың һәр ҡайһыһы был көндө ыңғай тәьҫораттар һәм күтәренке кәйеф алды.