Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Ғинуар 2021, 12:21

Әхмәҙиев - турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы

Йыл һайын районыбыҙҙа традиция буйынса рус бильярды буйынса хаҡлы ялдағылар араһында ярыш үткәрелә. Коронавирус менән бәйле һуңғы ваҡиғалар был уйын яратыусыларҙың планын боҙа яҙҙы. Хаҡлы ялдағы бильярдсыларҙың һорауы буйынса, турнирҙы үткәрергә ҡарар иттеләр, әммә мотлаҡ шарт менән: ярыш барышында бөтә санитар нормалар ҙа һаҡланырға тейеш.

Тәү сиратта, уйындың графигы төҙөлдө, унда ҡатнашыусылар һаны биштән артмаҫҡа тейеш. Турнирға старт Яңы йыл алдынан бирелде. Бильярд буйынса ярыш «Стәрле» спорт- һауыҡтырыу комплексында барҙы. Спорттың был төрөн яратыусылар яңы йыл каникулдары буйы көрәш алып барҙы. Ә күптән түгел иң яҡшылар финал уйынында осрашты, һөҙөмтәлә еңеүсе билдәләнде. Шулай итеп, турнирҙың бронза призеры Ғәзинур Ҡәйүпов булды, «көмөш» - Рәйес Хәйбуллинда. Ә турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы тип Әхмәт Әхмәҙиев билдәләнде.
«Беҙ үҙ-ара ярышып ҡына ҡалманыҡ, ә ваҡытты файҙалы үткәрҙек, ихлас аралаштыҡ, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар тураһында һөйләштек», - тинеләр ҡатнашыусылар бүләкләү тантанаһынан һуң.
Үҙ хәбәрсебеҙ Фото Р. ЯРУЛЛИН тарафынан бирелде.
Читайте нас: