Әлеге ярыштар юбилейлы, иҫәбе буйынса бишенсе. Һәйбәт спортсы, тренер, Балалар - үҫмерҙәр спорт мәктәбенең элекке директоры Рөстәм Хәсәновтың иҫтәлеген мәңгелләштереү идеяһы билдәле батыр, тренер Илдар Моратов һәм район спорт комитеты рәйесе Рөстәм Яруллиндыҡы. Был идеяны Рөстәм Рауил улының улдары Ринат һәм Ришат та хуплай. Беренсе тапҡыр үткәрелеп һәм көрәшселәр араһында ҙур популярлыҡ яулаған ярыштар традицияға әүерелде.
... 1996 йылда тыуған районына бөтөнләйгә күсеп ҡайтҡас, Рөстәм Рауил улы Стәрлебашта грек-рим көрәше, һуңынан көрәш секцияларын алып бара. Был эшен Балалар - үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры булғас та дауам итә. Был спорт төрөнә улдарын ғына йәлеп итеп ҡалмай, ә йөҙләгән малайҙа көрәшкә һөйөү уята. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул беҙҙең аранан иртә китте, уға ни бары 52 йәш ине. Уның тураһында иҫтәлек уҡыусылары, туғандары, стәрлебаштар хәтерендә йәшәй.
Турнирҙы асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов һәм Хәсәновтың оло улы - Ринат Рөстәм улы тәбрикләне.
- Бөгөн үҙенсәлекле көн, беҙ күп спортсыларҙы спортҡа йәлеп иткән кешенең хәтерен хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. Пандемиянан ҡурҡмай, көрәшкә килеүселәргә ҙур рәхмәт, - тип рәхмәтен белдерҙе ҡатнашыусыларға Рөстәм Камил улы һәм иң көслөләргә еңеү теләне.
Форсаттан файҙаланып, Рәсәй чемпионатында бронза миҙалға лайыҡ булған билдәле көрәшсебеҙ, тренер Илдар Моратовты ҙур еңеүе менән ҡотланы. Көрәш буйынса район турнирын ойошторғандары һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалағандары өсөн Р.Хәсәновтың улдарына район хакимиәте исеменән Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
- Спорт менән шөғөлләнеүегеҙ маҡтаулы. Көрәшергә килгәнегеҙ өсөн рәхмәт. Тормошта ныҡлы аҙымдар менән барығыҙ, спорт һеҙгә ярҙам итһен. Әммә еңелеүселәргә ҡайғырырға кәрәкмәй, сөнки еңелеү ул тәжрибә. Унан файҙаланып, икенсе тапҡыр һеҙ мотлаҡ уңышҡа ирешерһегеҙ, - шундай һүҙҙәр менән был көндө килгән 60 йәш көрәшсегә мөрәжәғәт итте Ринат Рөстәм улы.
Егеттәр уны иғтибар менән тыңланы, ә артабан район Мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистарына ҡушылып, барыһы бергә Башҡортостан гимнын башҡарҙы. Сараны асыу бына шулай бик тантаналы үтте.
Ә артабан 14 ауырлыҡ категорияһында ҡатнашыусылар араһында ярыштар башланды. Көрәш сәмле, дәртле барҙы, уларҙы йөҙләгән күҙ ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Дәртләндереп, хуплап торҙолар, борсолдолар. Ә арбитр еңеүен белдереп, ҡулдарын өҫкә күтәргәндәрҙең күҙҙәре нисек янғанын күрһәгеҙ икән! Бындай ярыштар спортҡа ҡыҙыҡһыныу уятып ҡына ҡалмай, ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә лә эйә. Егеттәр спорт менән шөғөлләнә һәм спорттың теге йәки был башында торған энтузиастарҙы ла онотмай.
Шуныһы әһәмиәтле, районда көрәш менән тотош ғаиләләр шөғөлләнә. Мәҫәлән, Йәғәфәровтар ғаиләһенән (Ҡабыҡҡыуыш ауылы) быйылғы турнирҙа дүрт бер туған (һүрәттә) ҡатнашты. Һәм уларҙың береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы. Юлай – беренсе, Фәнүр – икенсе, Винер һәм Ильяс өсөнсө урындарҙы алды. Бында егеттәрҙең үҙҙәре генә түгел, тренерҙары һәм йәнә уларҙың атайҙары Юнирҙың да өлөшө ҙур. Ул һәр көн улдарын Стәрлебашҡа күнекмәләргә йөрөтә. Афарин!
Көсөргәнешле көрәш һөҙөмтәләрен билдәләгәндән һуң түбәндәгеләр еңеүсе булды: Радмир Насиров (25 кг ауырлыҡ категорияһында, Йәлембәт мәктәбе); Әбделмалик Ғәлиев (27 кг, Стәрлебаш башланғыс мәктәбе); Рияз Сәғетдинов (30 кг, Йәлембәт мәктәбе); Юлай Йәғәфәров (35 кг, Ҡабыҡҡыуыш мәктәбе); Ислам Нәзиров (40 кг, Первомайский мәктәбе) Мурад Яруллин (45 килограмға тиклем, Стәрлебаш башланғыс мәктәбе); Ринат Аллабирҙин (45 кг, Ҡабыҡҡыуыш); Виктор Красноженов (50 кг, тармаҡ-ара колледж); Арсен Тайғонов (55 кг, Стәрлебаш башланғыс мәктәбе); Камил Хәсәнов (55 кг, Стәрлебаш урта мәктәбе); Дим Ишембитов (65 кг, 1-се Стәрлебаш урта мәктәбе); Аслиддин Отабоев (60кг) һәм Илнар Кинйәбулатов (70 кг, икеһе лә 2-се Стәрлебаш урта мәктәбенән); Азат Фәтҡнисламов (70 килограмдан артығыраҡ, тармаҡ-ара колледж). Ирҙәр араһында Алмаз Аҡанаев (Йәлембәт ауыл биләмәһе).
Еңеүселәр һәм призерҙар миҙалдар, Грамоталар һәм Рөстәм Хәсәновтың улдарынан иҫтәлекле бүләктәр алды. 1-се Стәрлебаш урта мәктәбенән Илнар Савин еңеүгә ихтыяры өсөн ҡиммәтле бүләккә лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!