Хоккей - ысын ирҙәр уйыны, тигәндәре хаҡтыр. Ысынлап та, ярыш бик ҡыҙыу һәм сәмле барҙы: кемдер ҡаты боҙҙа ҡолап та алды, икенселәр сәмләнде, бәғзеләре ҡаршы яҡта “ут” тоҡандырҙы.Уйында дүрт команда ҡатнашты.
Көсөргәнешле уйында Стәрлебаш мәктәбе командаһы - беренсе, Ямғырсы ауылы - икенсе, Первомайский командаһы өсөнсө урынға сыҡты.
Барыһы ла уйындан шат ҡалды: кемдер бала саҡта быйма кейеп хоккей уйнауын хәтергә төшөрһә, икенселәр өсөн саф һауала сәләмәтлеген нығытыуға бер сәбәп булды.