Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Раушан Ғәлиәкбәровтың тәрбиәләнеүселәре саңғы ярыштары буйынса яңы ҡаҙаныштары менән барыһын да ҡыуандырыуын дауам итә.
Һуңғы ваҡытта улар Ишембай ҡалаһында үткән республика ярыштарында ике тапҡыр ҡатнашып, еңеү яулаған. Шуларҙың өсөһө 30 декабрҙә «Яңы йыл уҙышы» саңғы ярыштарында ҡатнашып, Почет пьедесталына күтәрелгән. Илназ Хәбибуллин (1-се Стәрлебаш урта мәктәбе) классик йөрөштә 2000 метр дистанцияға алтын, Данис Ҡорбанов (2-се мәктәп) ошо уҡ төркөмдә - көмөш, Амаль Латипов (1-се мәктәп) коньки йөрөшөндә 3000 метр дистанцияға көмөш миҙал яулаған.
7 ғинуарҙа ошо уҡ ҡалала Раштыуа саңғы ярыштары үткән. Классик йөрөш буйынса 3000 метр дистанцияға Илназ Хәбибуллин һәм Данис Ҡорбановтар алтын һәм көмөш яулаған, ә Динар Атласов (Тәтер-Арыҫлан урта мәктәбе) 5000 метр дистанцияға - көмөш миҙалға лайыҡ булған. Уның һеңлеһе Диана ла үҙ категорияһында икенсе урын алған. Афарин!