Стәрлебаш, Миәкә, Федоровка һәм Ишембай муниципаль райондары хакимиәттәре командалары араһында үткән традицион Спартакиада - спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү генә түгел, ә хеҙмәткәрҙәреңә үрнәк күрһәтеп, бер уңайҙан физик мөмкинлектәреңде һынап ҡарауға, таныштар менән аралашыуға йүнәлтелде.
Йыл һайын ул Яңы йыл каникулы осоронда республиканың көньяҡ зонаһында урынлашҡан райондарҙың береһендә үтә. Быйыл, 5 ғинуарҙа эстафетаны стәрлебаштар ҡабул итте. Шуныһы ҡыҙыҡ, туғыҙ йыл элек Спартакиада беҙҙең районда старт алғайны. Хеҙмәттәштәрен Стәрлебаш, Ишембай һәм Федоровка райондары хакимиәттәре башлыҡтары йылы сәләмләп, Раштыуа байрамы менән ихлас ҡотланы. Уларға рух күтәренкелеге, сағыу еңеү, ҡыҙыҡлы аралашыу теләнеләр.
Спартакиаданы волейболсылар асты. Уйындар мауыҡтырғыс, ҡыҙыу барҙы. Спортсылар һәр туп өсөн ныҡышмалы көрәште Һөҙөмтәлә, Ишембай районы командаһы иң көслөһө тип танылды, икенсе урында - Миәкә районы спортсылары, өсөнсө урында - стәрлебаштар.
Артабан «Күңелле старттар» уйыны булды. Уйында ҡатнашыусылар туптарҙа ултырып йөрөп, баскетбол тубын арҡа менән йөрөткәндә район Мәҙәниәт йортоноң спорт залында күңелле кәйеф хөкөм һөрҙө. Көйәрмәндәр ярҙамында дартс һәм йөҙөү буйынса ярыштар ҙа бик ҡыҙыҡлы һәм ҡыҙыу үтте. Һөҙөмтәлә урындар түбәндәгесә билдәләнде. Беренсе урында Ишембай районы командаһы, икенсе урында - Миәкә, өсөнсө - Стәрлебаш, дүртенсе - Федоровка райондары командалары. Барлыҡ еңеүселәр ҙә Кубоктар, миҙалдар, Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Ҡатнашыусылар һүҙҙәренә ҡарағанда, иң мөһиме - ҡыҙыҡлы ғына түгел, файҙалы аралашыу булды.
Киләһе осрашыу Ишембай районында үткәрергә ҡарар ителде.