Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Ғинуар 2021, 02:00

Республика намыҫын яҡлап, еңеү яуланылар

Стәрлетамаҡ ҡалаһында Урал аръяғы федераль округының мәғариф учреждениелары уҡыусылары араһында Халыҡ уйындарының һәм милли спорт төрҙәренең III Бөтә Рәсәй фестивале үтте.
Унда Башҡортостан данын Стәрлебаш районы спортсылары ла яҡланы. Һөҙөмтәлә республиканың көрәшселәр командаһы беренсе урын яуланы. Беҙҙең спортсыларыбыҙ ҙа һәйбәт сығыш яһап, үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте. 2-се Стәрлебаш урта мәктәбенең 10 класс уҡыусыһы Рөстәм Мөхәмәтшин 90 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында беренсе урынға лайыҡ булды, ә Стәрлебаш ауылындағы Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы уҡыусыһы Илһам Ҡолһарин (65 кг) - икенсе урында. Яҡташыбыҙ, милли көрәш буйынса күп тапҡырҙар Рәсәй һәм республика чемпионы Илдар Моратов фестивалдә судья булыу хөрмәтенә лайыҡ булды.

Читайте нас