Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Декабрь 2020, 19:10

Вәғәҙәләр йүгереүе, Эльбрус Ниғмәтуллин турниры: яңы йыл байрамдарында республикала спорт

Яңы 2021 йыл алдынан һәм ғинуар байрамдарында Башҡортостанда спорт саралары була.

Республиканың Спорт министрлығы кәмендә туғыҙ сара, шул иҫәптән дүрт тематик көн ойошторорға ниәтләй. «Төп өлөшө тыштағы майҙансыҡтарҙа йәки 30-ға яҡын кеше ҡатнашҡан биналарҙа уҙғарыла», — тине Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов. 27 декабрҙә Өфө тәүге тапҡыр Эльбрус Ниғмәтуллиндың көс экстримы буйынса «Урал батыр» асыҡ республика турнирын ҡабул итә. Баш ҡалабыҙға Ҡурған, Мурманск, Силәбе, Липецк, Белгород, Пенза өлкәләренән, Мәскәүҙән, Ханты-Манси автономиялы округынан һәм Башҡортостандан 12 көслө спортсы килә. Ярыштар тура эфирҙа күрһәтелә. Ошо уҡ ваҡытта республиканың һәр районында «Батырҙар көнө» ойошторола. Ҡатнашыусыларҙы ҡар һуғышы, «Тау батшаһы» һәм башҡа уйындар көтә. 1 ғинуарҙа Өфөлә «Вәғәҙәләр йүгереүе» башлана. Арауыҡтар 100-ҙән алып 2021 метрға тиклем тәшкил итә. Шулай уҡ «Башҡорт (скандинав) йөрөшө көнө» уҙғарыла. 3 ғинуар — ҡышҡы уйындар көнө: хоккей, ҡышҡы футбол, саңғы ярыштары, ҡышҡы балыҡ тотоу, «Атай, әсәй, мин — спорт ғаиләһе». 13 ғинуарҙа онлайн форматта шахмат буйынса «Чемпиондар чемпионаты» асыҡ республика турниры була. Барлыҡ сараларҙа ла ковидҡа ҡаршы инспекторҙар эшләй, яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы хәүефһеҙлек саралары күрелә. https://www.bashinform.ru/news/1534138-zabeg-obeshchaniy-turnir-elbrusa-nigmatullina-sport-v-bashkirii-v-novogodnie-prazdniki/
Читайте нас: