Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Декабрь 2020, 14:15

Өфөнән дүрт спортсы – билбаулы көрәш буйынса донъя чемпионы

Өфөнөң «Батыр» спорт мәктәбенең дүрт тәрбиәләнеүсеһе билбаулы көрәш буйынса донъя чемпионы исемен яуланы.

Көрәшселәр Ҡазанда 31 илдән 150-нән ашыу спортсы ҡатнашҡан беренселектән алтын миҙалдар менән ҡайтты. Почет пьедесталының беренсе баҫҡысында – 58 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында Камилла Елисеева, 75 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында Артур Зөлҡәрнәев, 90 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында Наил Мөхәмәтйәнов, 100 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында Дмитрий Балянов. Чемпиондарҙы ярышҡа тренер Рөстәм Зыяҡаев әҙерләгән. Өфө спортсыларында донъя чемпионатының көмөш миҙалдары ла бар. 52 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында Алена Фаттахова, 57 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында Илфаҡ Ибәтуллин һәм 90 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында Илнар Сәлимйәнов икенсе урынды алды. https://www.bashinform.ru/news/1534183-chetyre-sportsmena-iz-ufy-stali-chempionami-mira-po-borbe-na-poyasakh/
Читайте нас: