«Аҡ Йорт» тау саңғыһы комплексында миҙгел 21 ноябрҙә башланды. Хәҙер комплекста күнекмә битләүе һәм бәләкәй канат юлы эшләй. Тау саңғыһы буйынса спорт мәктәбендә битләүҙәрең береһе уҙған кесаҙна асылды (Олимпик-парк) һәм унда әүҙем күнекмәләр бара. «Киләһе аҙнала дүртенсе битләүҙе асабыҙ, әле унда ҡар менән тултырыу эштәре алып барыла. Һауа торошо һәйбәт булһа, декабрь аҙағына биш тау саңғыһы трассаһы ла эшләй башлай», — тип хәбәр итте тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе директоры Андрей Кривошеев. Спорт мәктәбе биләмәһендә инвентарҙы прокатҡа алыу пункты бар. Бында теләгән һәр кем тау битләүендә шыуа ала. https://www.bashinform.ru/news/1528459-v-ufe-otkrylsya-gornolyzhnyy-sezon/