Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Октябрь 2020, 12:00

Улар тәү сиратта үҙҙәрен еңгән

Башҡортостанда инвалидлығы булған кешеләр өсөн II “ИнваФест” спорт фестивале тамамланды. Мәләүез районында үткән ярыштарҙа бөтөн республиканан 28 команда ҡатнашты.

Был сараны Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең республикалағы төбәк ойошмаһы Башҡортостандың граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды гранты иҫәбенә ойошторҙо. Проект һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам итеү, улар араһында спортты үҫтереүгә йүнәлтелгән.
“ИнваФест”тың беренсе этабы сентябрҙә үткәйне. Унда пауэрлифтинг һәм гер спорты буйынса көс һынаштылар. Ә 18-20 октябрҙә дартс, өҫтәл теннисы ярыштары булды. Саралар, COVID-19 инфекцияһы таралмаһын өсөн, "Роспотребнадзор" талаптарына ярашлы, изоляцияланған өс майҙансыҡта үтте, уларҙың һәр береһенә 25-тән кәмерәк кеше индерелде. Барыһының да тән температураһы тикшерелде.
"Башҡортостандың граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондына был осрашыуҙы ойошторғаны өсөн рәхмәт, – тине ярыштарҙы асыу тантанаһында Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк ойошмаһы рәйесе Олег Ротов. – Шулай уҡ бөгөн бында булған һәр спортсыға рәхмәт. Сәләмәтлек өсөн кәңәш ителгән һаҡланыу саралары тураһында ла онотмағыҙ. Эйе, инвалидлығы булған спортсыларҙы бер ниндәй ауырлыҡтар ҙа ҡурҡытмай: уларҙың һәр береһе иң мөһим еңеүҙе яулаған – үҙ-үҙҙәрен еңгән".
Спортсылар ярыштарҙан бик ҡәнәғәт ҡалған.
"Беҙҙең ойошмала кешеләр көнөнә өсәр тапҡыр шөғөлләнә. Был ярыштар һәр беребеҙ өсөн бик мөһим. Тап ошонда үҙебеҙгә һәм башҡаларға йыл буйы бушҡа көс түкмәгәнебеҙҙе дәлилләй алабыҙ. Тренерҙарҙың тырышлығы ла бушҡа китмәй. Спорт – еңеүҙәр генә түгел, ә ҙур хеҙмәт, ҡайһы саҡта күҙ йәштәре лә", – ти Стәрлетамаҡ командаһы вәкиле Айгөл Иванова.
Шулай итеп, ярыштарҙың еңеүселәре билдәле. Бына улар:
Өҫтәл теннисы буйынса
1-се урын – Мәләүез районы;
2-се урын – Туймазы районы;
3-сө урын – Салауат районы.
Дартс буйынса
1-се урын – Туймазы районы;
2-се урын – Салауат ҡалаһы;
3-сө урын – Мәләүез районының Ҡандры ауылы.
Фото: Александр Корицкий.
Альфия Мингалиева
Читайте нас: