Форумдың модераторы – Росконгресс фонды директоры урынбаҫары, Рәсәй спорт көрәше федерацияһының беренсе вице-президенты Георгий Брюсов белдереүенсә, 2019 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан илдең спорт һөйөүсән төбәге тип танылған, ә был - ныҡлы һаулыҡ һәм ғүмер оҙонлоғо нигеҙе.
– Башҡортостан өсөн Рәсәйҙең һәм совет осороноң бөйөк көрәшселәрен ҡабул итеү - ҙур мәртәбә, – тине Радий Хәбиров. – Өфөлә ярыштарҙы ойоштороу коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш барған ауыр осорҙа үтә. Тик беҙ киләсәккә яҡты өмөт менән йәшәйбеҙ, шуға күрә ошоноң кеүек конференциялар циклын үткәрәбеҙ ҙә. Яҙ донъяның коронавирустан һуң ниндәй булыры тураһында һөйләшкәйнек, ә әле көн тәртибендә – спорттың COVID-19-ға ҡаршылығы темаһы. Кеше һау, спорт менән шөғөлләнә һәм сәләмәт тормош рәүеше алып бара икән, был бик етди рәүештә күп сирҙәргә, шул иҫәптән коронавирусҡа ҡаршы тора.
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, ҙур спортҡа ярҙам итеү мөһим, балалар данлыҡлы атлеттарҙы күрергә, уларҙан өлгө алырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта бәләкәй ҡала һәм ауылдарҙа ла спорт инфраструктураһын үҫтереү, тренерҙарға булышлыҡ ҡылыу, был эшкә йәш, тәжрибәле белгестәрҙең килеүен тәьмин итеү кәрәк.
– Беҙ республикала кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә табан беренсе аҙым яһаныҡ – үҙебеҙҙең “Спорт көрәше – мәктәпкә” һәм “Ауыл тренеры” программаларын тормошҡа ашыра башланыҡ. Халыҡтың 40 проценты ауылдарҙа йәшәүен иҫәпкә алғанда, унда ла тормошто, шул иҫәптән спорт тармағын үҫтерергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Быйыл республика гранттарын тәүге 100 ауыл тренеры алды. 46 мәктәптә көрәш залы астыҡ. 2024 йылға был күрһәткесте 200-гә тиклем еткерәсәкбеҙ. Ни тиклем күберәк балаларҙы спортҡа йәлеп итһәк, улар шул тиклем һауыраҡ булыр һәм яңы чемпион исемдәре асылыр тип ышанам.
Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили Башҡортостандың спортты комплекслы үҫтереү өлкәһендә, шул иҫәптән көрәштә алдынғы урын яулауын билдәләне һәм Рәсәй Кубогын уҙғарыуҙы юғары кимәлдә ойошторған өсөн рәхмәт әйтте.
Рәсәйҙә спорттың һыу төрҙәре ассоциацияһы башлығы, синхрон йөҙөү, һыуға һикереү һәм һыу полоһы федерацияһы президенты Алексей Власенко Өфөлә йөҙөү буйынса донъя чемпионатының бер этабын үткәрергә тәҡдим итте. Йөҙөү буйынса Рәсәй федерацияһы тейешле ҡағыҙҙар әҙерләйәсәк. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, республика һәр ҡайһы кимәлдәге ярыштарҙы ҡабул итергә әҙер. 2024 йылға тиклем район үҙәктәрендә бассейны булған 16 заманса спорт комплексы төҙөләсәк.
Конференцияла Радий Хәбиров менән Георгий Брюсов Башҡортостан Хөкүмәте менән Росконгресс фонды һәм “РК-Спорт” йәмғиәте араһында ҙур спорт проектарын тормошҡа ашырыу буйынса хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Бынан тыш, вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры, республиканың спорт көрәше федерацияһы президенты Борис Беляев менән Рәсәйҙең спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили 2021 йылда Өфөлә йәштәр араһында спорт көрәше буйынса донъя беренселеге үткәреү тураһындағы контрактҡа ҡул ҡуйҙы.
Конференция һуңында Радий Хәбиров физик тәрбиәне пропагандалау, спорт көрәшен үҫтереү өсөн Георгий Брюсовҡа, грек-рим көрәше буйынса өлкәндәр араһында Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры Гоги Когуашвилиға, грек-рим көрәше буйынса Рәсәй йыйылма командаһының өлкән тренеры Вадим Кумаритовҡа һәм Рәсәй спорт көрәше федерацияһының илдең белем биреү ойошмаларында спорт көрәшен үҫтереү буйынса әйҙәүсе белгесе Василий Цандыковҡа Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.