Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Октябрь 2020, 22:05

Кубокты ҡайһы команда яуланы?

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең Спорт көрәше президенты Михаил Мамиашвили Башҡортостан Башлығы приздарына ир-егеттәр араһында спорт (грек-рим) көрәше буйынса Рәсәй Кубогы ярыштарын тантаналы ябыу сараһында ҡатнашты.

Коронавирус инфекцияһы сәбәпле, сара санитария нормаларын һәм ҡағиҙәләрен күҙәтеп үтте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 9 октябрҙә Рима Баталова исемендәге республика спорт әҙерлеге үҙәгендә ил көрәшселәре араһындағы ярыштарға старт бирелгәйне. Уларҙа Рәсәйҙең 34 төбәгенән 300-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты.
Сараның һуңғы көнөндә көрәш майҙанында 60, 67, 77, 87 һәм 130 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендәге спортсылар көс һынашты. Республика Башлығы финал ярыштарын ҡараны һәм еңеүселәргә наградалар тапшырҙы.
– Иң башта барығыҙҙы ла мөһим байрам – Республика көнө менән ҡотлайым һәм сәләмәтлек, уңыштар, именлек теләйем. Башҡортостан, бөйөк илебеҙ кеүек, гелән үҫештә булһын, тик алға ғына барһын! – тине Радий Хәбиров. – Шулай уҡ көрәшселәргә рәхмәт еткерәм. Был өс көн эсендә улар юғары кимәл һәм был спорт төрөнөң матурлығын, әһәмиәтен күрһәтеп, беҙҙе ҡыуандырҙы. Хәҙер грек-рим көрәше секцияларына балалар күберәк килер тип ышанам. Ә беҙ иртәгә үк яңы ярыштарға – йәш спортсылар араһында спорт көрәше буйынса чемпионатҡа әҙерлекте башлайбыҙ. Сара 2021 йылда Башҡортостанда үткәреләсәк.
Үткән ярыштар һөҙөмтәләре буйынса, Кубокты Санкт-Петербург командаһы яуланы, икенсе урынға – Мәскәү, өсөнсөгә Мордовия йыйылма командалары сыҡты.
Фото: glavarb.ru
Айһылыу Низамова
  • Читайте нас: