Спорт
12 Января 2020, 11:40

Юлаевсылар өсөн мөһим уйындар башланды

10 ғинуарҙа «Салауат Юлаев» командаһы КХЛ беренселегенең сираттағы осрашыуында «Динамо» (Мәскәү) хоккейсыларын ҡабул итте.

Ошо бәйгегә тиклем өфөләр 44 уйындан һуң 50 мәрәй яулап, Көнсығыш конференцияһында алтынсы урынды биләй. Уларҙан өс осрашыуға күберәк уйнаған Ҡытай клубы ла юлаевсылар кеүек мәрәй туплап, етенсе баҫҡыста урын алған. Ғөмүмән, беҙҙең конференцияла командалар шул хәтлем тығыҙ урынлашҡан, бер юғалтыу – уларҙы плей-офф зонаһынан төшөрөүгә килтерә.

Ҡыҫҡаса әйткәндә, бөгөнгө һәм дә ҡалған осрашыуҙар ҙа Цулыгиндың тәрбиәләнеүселәре өсөн бик мөһим.

«Динамо» уйынсылары Көнбайышта лидерҙар төркөмөнә һыйынып, әлегә өсөнсө урында килә.

«Салауат Юлаев» командаһы улар менән үҙ тарихында 22 тапҡыр осрашҡан. 12 осраҡта еңеү юлаевсылар яғында булһы, 10-нда дәғүәсеһе отҡан.

Фото:ТАСС

Яңылыҡ авторы: Нур Ҡәҙербаев.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Yulaevsilar-s-n-m-im-uyindar-bashlandi-69508/
Читайте нас